Нәркәсебеҙгә, тормош гөлөбөҙгә, бөгөн-иртәгә тигәндәй өс йәш тулырға тора. Ә мин әле һаман уны балалар баҡсаһына урынлаштыра алмайым. Башым тамам тубал булды. Ней, өйҙә ҡатын тынғы бирмәй. Ишектән килеп инер әмәл юҡ, көндә бер үк нәмәне тызый башлай.
Минең «юҡ» тип баш һелкеүем була, тотона ҡолаҡ итен ашарға.
– Һәүерек, йүнле әҙәмдәр балаһы тыумаҫ борон уҡ сиратҡа яҙылып ҡуя. Һеләгәйеңде ағыҙып йөрөһәң, шулай була ул.
– Ҡыҙыҡ ҡынаһың ул, РОНО-ла ғариза бирергә ултырған ерҙән, үҙең шылтыратып, беҙҙең мосолманға алдан ярамай, тип кире борҙоң бит, – тип ҡарайым да һуң, бушҡа ғына.
– Телеңә һалышма! Ауырлы саҡта ҡатын-ҡыҙ ни эшләгәнен үҙе белмәй. Һин минең урында булһаң, аҡылдан яҙыр инең. Әле былай кәүҙәңде саҡ күтәреп йөрөйһөң, әүмән. Бер аяғыңды алғансы икенсеһен эт ашай тигәндәй. Тағы шул путевканы минең юллап алғанды көтәһеңме? Һинән булыр ул.
Иртәгәһен эшкә килгәс, йәнә РОНО-ға шылтыраттым.
– Тағы ике йыл ғына ҡалды, түҙегеҙ инде әҙерәк, – тигән яуап яңғыраны сымдың теге башынан.
– Һеҙ бит теге саҡ ошо ваҡыттараҡ булыр тигәйнегеҙ. – Һорауым һауала эленеп ҡалды. Инде трубкала пип-пип тигән генә тауыш ишетелә ине.
Инде нимә эшләргә? Эш кәйефе китте, ике сикәм ҡыҫа башланы, ахырыһы, ҡан баҫымы күтәрелде. Тонсоға ла башлағандай булдым. Тиҙерәк урамға, саф һауаға сығып тайҙым. Юғиһә, был тынсыу бүлмәлә аяҡ һуҙырға ла күп һорамаҫһың. Йөрәк бөткән бит инде.
Үҙем китем барам, үҙем ҡайҙа барғанымды белмәйем. Башты мең төрлө уй иҙә. Әгәр путевка ала алмаһам, ҡатын эшкә сыҡмаһа, ул сағында хана. Былай ҙа нисә йыл буйы яңғыҙ эшләү сей елкәгә тейҙе бит. Өс бөртөк бюджет аҡсаһын тегеләй ҙә һуҙған булабыҙ, былай ҙа тартабыҙ.
Инде бурыстан ҡотолдом шикелле тип, еңел һулап ҡуйһаң, тағы әллә ҡайҙан икенсе нәмәһе табыла ла тора. Тағы уҡыуҙар башланды, тағы талауҙар башланды. Кисә генә оло ҡыҙҙан уҡытыусыһы, синыфҡа телевизор алабыҙ, биш йөҙ һум аҡса ебәрергә онотмағыҙ, тигән яҙыу ебәргән. Былтыр ҙа телевизорға тип аҡса йыйғайнылар шикелле. Әллә ватылып та өлгөрҙөмө икән?! Ҡырҡ ата балаһы тотонған нәмә күпмегә сыҙар тиң!
– Әллә Сабир һин инде, ҡайҙа былай өҫтөңә донъя убылған кешеләй китеп бараһың? – Башымды күтәреп ҡараһам, алдымда заводта эшләүсе ауылдашым тора. – Һин ғүмер буйы шулай эре ҡыландың инде. Уҡымышлы кеше булғас ни, беҙҙең кеүек прастуй рабучийҙарҙы белмәмеш тә күрмәмеш.
Ауылдашыма хәлемде һөйләп биргәс, ул:
– Һа-а-а, тапҡанһың хәсрәт, – тине ауыҙын йырып. – Телефондан һөйләштем тиһеңме? – Заһир, зоопаркта ят йәнлеккә ҡараған кеүек, сәйерһенеп миңә төбәлде. Унан бармағы менән сикәһен бырауланы:
– Башың бармы һинең, ә! Вәт алйот, вәт ахмаҡ. Уҡытыусы булып йөрөүеңде әйтер инем. Һинең үҙеңде күп нәмәгә өйрәтергә кәрәк әле. Мәктәптә уҡығанда контроль эштәрҙе, иншаларҙы шытырлатып «бишлегә» генә яҙһаң да, шуға ғына башың етмәй, кәрәк. Йә, шундай важный эште телефон аша һөйләшәләр тиме! -
– Үҙҙәре шулай ҡушҡас, ни.
– Улар әйтер инде. Кеше һыуға һикер тиһә, ни эшләр инең? Һикерер инеңме? ¬ – Унан йәнә миңә ҡарап:
– Кеҫәңдә аҡса бармы, хәҙер хәл итәбеҙ, әйҙә киттек, – тине.
Магазинда пакетҡа затлы ғына коньяк, шоколад, тағы әллә нимәләрҙе шыплап тултырҙыҡ та тейешле урынға киттек. Бәхеткә ҡаршы, эш сәғәте бөтмәгәйне әле, халыҡ күренмәй.
Бер нисә минуттан, мәктәптә уҡығанда дәрестә мәңге ауыҙ асып яуап бирмәгәне өсөн телһеҙ ҡушаматы алған Заһир ҡулына путевка тотоп, йылмайып килеп сыҡҡас, ғәжәпләнеүемдән телһеҙ ҡалдым. Ул минең елкәгә дуҫтарса шапылдата һуҡты:
– Ҡустым, өйрән, бына ошолай һөйләшергә кәрәк!
Фото: ekaterinburg.floristum.ru