Маҡсатҡа ынтылышлы, заман менән йәнәш атлаған йәштәр, 1 февралдә Әбйәлил районына рәхим итегеҙ!
“Яҡтыкүл” шифаханаһында “Ынтылыш” тип аталған беренсе йәштәр мәғариф форумы үтә.
Сараның төп ойоштороусыһы, Әбйәлил районы хакимиәтенең социаль эштәр бүлеге етәксеһе Даян Солтанғужин әйтеүенсә, бөгөн үҫешкә, уңышҡа, үҙ маҡсатына ынтылған йәштәргә һәр ерҙә мөмкинлектәр булдырылған. Улар республика күләмендә генә түгел, тотош илдә ойошторолған форумдарҙа әүҙем ҡатнаша, проекттарын уңышлы яҡлай.
"Әле төрлө уҡыу йорттарында белем алған студенттарҙың каникул осоро, шуға күрә улар менән яҡындан осрашыу майҙаны ла буласаҡ, бер юлы район йәштәренә төрлө йүнәлештә үҫешеү юлдарын өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Форумда һәр кем үҙе теләгән телдә проектын тәҡдим итә, уй-фекерҙәрен еткерә ала. Уларға бар яҡлап ярҙам итеү, команда менән бергә эшләргә өйрәтеү, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, спикерҙарҙың сығыштарын тыңлау кеүек саралар ҡаралған", - ти Даян Солтанғужин.
Аҙна аҙағында Асҡар ауылы мәҙәниәт йортонда форумға әҙерләнеү уңайынан йәштәрҙе бергә туплау, фекер алышыу маҡсатында “Донъяуи кафе” эшләйәсәк.
Әгәр һиңә 35 йәш тулмаған, дәртлеһең, белемлеһең, заманса фекер йөрөтәһең, йәштәр тормошо менән ҡыҙыҡһынаһың, киләсәктә үҙ эшеңде асырға уйлайһың, төрлө проекттар төҙөп, гранттар яуларға иҫәп тотаһың икән, һине “Ынтылыш” көтә! Рәхим итегеҙ, йәштәр!
Фото "Ынтылыш" форумы сайтынан.