Белем һәм тәрбиә
1 Февраля 2020, 06:40

Электрон ҡабул итеү аша – I класҡа

1 февралдән https://complect.edu-rb.ru/ һәм https://gosuslugi.bashkortostan.ru/service/97?sub=96 порталы аша ғаризалар ҡабул итеү башлана.

Быйыл 1 февралдән https://complect.edu-rb.ru/ һәм https://gosuslugi.bashkortostan.ru/service/97?sub=96 порталы аша балаларҙы I класҡа уҡырға барыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана.
Бынан тыш, элекке кеүек дөйөм белем биреү ойошмаларында ҡағыҙ вариантта, йәғни ҡулдан яҙылған ғариза ла алынасаҡ. Был эш ике этапта барасаҡ.
1 февралдән 30 июнгә тиклем – белем ойошмаһы биләмәһендә йәшәү урыны буйынса теркәлгәндәр;

1 июлдән 5 сентябргә тиклем йәшәү урыны буйынса мәғариф ойошмаһы биләмәһендә теркәлмәгәндәр мөрәжәғәт итә ала.

Тик бер нәмәне иҫтән сығарырға ярамай: “Мәктәптәрҙе электрон комплектлау” һәм “Башҡортостан Республикаһы дәүләт хеҙмәттәре” порталдары аша ғариза биреү документтарҙы мәктәпкә тапшырыуҙы алмаштыра алмай. Шуға электрон рәүештә ғариза яҙғандан һуң өс көн эсендә баланың ата-әсәһе йәки законлы вәкилдәре мәктәпкә шәхсән документтарҙы тапшырырға тейеш. Әгәр ошо талап үтәлмәһе, электрон ғариза ғәмәлдән сығасаҡ һәм бала белем биреү ойошмаһына инеү мөмкинлегенән мәхрүм ителәсәк. Был осраҡта уның ата-әсәһенә йәки законлы вәкилдәренә ҡайтанан ғариза яҙырға тура киләсәк.
Фото: News.bash.
Читайте нас