Белем һәм тәрбиә
25 Февраля 2020, 17:57

Яңыбайҙар – яңы юлда

Ейәнсура районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Рәйлә Иҙелбаева менән мәғариф тармағы тураһында әңгәмәләшкәндә, уның төбәктәге Яңыбай ауылы мәктәбен йыш ҡына телгә алыуына иғтибар иттем. Педагогтарҙың берҙәм эш итеүе, бер-береһенә теләктәшлеге, уҡытыу-тәрбиә эштәренең юғары булыуы, малай һәм ҡыҙҙарҙың ҡаҙаныштары, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы һәм башҡа яҡшы күрһәткестәр – шуға асыҡ миҫал. Яңыбай мәктәбе район үҙәге Иҫәнғолдан алыҫ ҡына урынлашһа ла, бында бөтә нәмәнең дә тәртиптә булыуы һоҡландыра. Хәйер, яңыбайҙарҙың һәр саҡ алдынғылар рәтендә йөрөүе берәүгә лә сер түгел. Өлгөлө мәктәпкә бүтәндәр тиңләшергә тырышһын өсөн уны күрһәтеү кәрәклегенә баҫым яһаны Рәйлә Айҙар ҡыҙы. Әңгәмәләшеүгә күп тә үтмәне Яңыбай урта мәктәбе директоры, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Фәһимә ИШМӨХӘМӘТОВА менән осраштыҡ, үҙ сиратында, белем усағы тураһында ул һөйләгәндәрҙе гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.

– Балаларға сифатлы белем һәм күркәм тәрбиә биреү – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе, – тип башланы һүҙен Фәһимә Әхмәтсәғит ҡыҙы. – Заман ауырлыҡтарына һылтанырға ярамай, беҙ ошо изге бурыстан бер ҡасан да тайпылмаҫҡа тейешбеҙ.
Беҙҙәге 116 уҡыусыны 19 педагог аң-белемгә әйҙәй. Бынан тыш Үрге Мәмбәтша ауылында филиал эшләй (етәксеһе Резеда Әлембәтова), ундағы башланғыс кластарҙа 17 бала иҫәпләнә.
Шуға баҫым яһайым: төп байлығыбыҙ – балалар. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә X класс уҡыусыһы Гөлсибәр Ҡансурина Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, оҫталыҡ бәйгеһендә ҙур еңеү яуланы. Һәләтле ҡыҙыҡай Яңыбай ауылына йәки Ейәнсура районына ғына түгел, ә тотош республикаға дан килтерҙе. Күптән түгел башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада булып үтте, сәмле бәйгелә IX класс уҡыусылары Азалия Күҙәшева еңеүсе , Гүзәл Ермакова призер булды.
Тырыш ҡыҙҙарға артабан да уңыштар йылмайыуын теләйек. IV класс уҡыусыһы Зәйтүнгөл Байгилдина иһә Ишембайҙа үткән “Вәлиди уҡыуҙары” республика ғилми-ғәмәли конференцияһында үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте. Шундай ҡыйыу һәм маҡсатлы йәштәрҙең үҫеүенә нисек шатланмаҫҡа! Һуңғы йылдарҙа Берҙәм дәүләт имтиханында Илһам Ҡәҙербәков, Рүлә Бармаҡова географиянан 100 балл йыйып, үҙҙәре теләгән юғары уҡыу йортона инә алды. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында йыл да призер булған уҡыусыларҙы бүтәндәргә өлгө итеп ҡуябыҙ, уларҙан ҡалышмаҫҡа саҡырабыҙ.
Спорт ярыштарының бөтә төрөндә лә балалар бик теләп ҡатнаша. Шашка-шахмат клубының булыуы уҡыусыларҙың интеллектуаль кимәлен үҫтереүҙә бик ҙур роль уйнай. Хәрби-патриотик тәрбиә буйынса “Патриот” клубы эшләй. Әле бөтә мәктәп “Зарница”ға әҙерләнә. Хәрби-ялан йыйындарында беҙҙең мәктәп егеттәре алдынғылыҡты бирмәй, хәрби әҙерлек күрһәткесе буйынса йыш ҡына районда рекорд ҡуялар.
Балаларҙың мәктәп яны участкаһында йәшелсә-емеш үҫтереп, мул уңыш алыуы – үҙе бер хеҙмәт тәрбиәһе. Район күләмендә үткәрелгән бәйгеләрҙә мәктәп яны участкаһы һәм сәскәлеге гел алдынғылыҡты биләүе балаларға хеҙмәт тәрбиәһенең дөрөҫ һалыныуы хаҡында һөйләй. Әлбиттә, мәктәп ашханаһы йыл әйләнәһенә витаминлы аҙыҡ менән тәьмин ителә.
Матди-техник базаһын нығытыу йәһәтенән Үрге Мәмбәтша мәктәбендә йылы бәҙрәф булдырылды, ашхана заман талаптарына яуап бирерлек кимәлгә еткерелде, был филиалдың бинаһына эстән дә, тыштан да капиталь ремонт эшләнде, кабинеттар йылы һәм заманса.
Һүҙ ҙә юҡ, егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ белемле лә, ныҡышмал да. Бөгөн уҡытыусыға ла, уҡыусыға ла бик юғары ҡуйыла талаптар. Ошондай уңыштарға өлгәшеү өсөн иң беренсе ата-әсәләр менән бер һүҙле булып эшләргә кәрәк. Бөтә мәсьәләләр улар менән берлектә хәл ителә.
Әлбиттә, был йәһәттән уҡытыусыларҙың да түккән көсө бушҡа түгел. Педагогтарҙың барыһы ла үҙ бурысына яуаплы ҡарай.

Ризаитдин Фәхретдин әйтмешләй: “Алтындан баһалы, ожмах ниғмәттәренән ҡәҙерле нәмә – тәрбиәле балалыр”. Был һүҙҙәр – беҙҙең эш девизыбыҙ.

Ейәнсура районы.
Читайте нас