“Әйҙәгеҙ кәңәшләшәйек”. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге шәхси сәхифәһендә бөгөн донъя күргән сираттағы посты ошондай һүҙҙәр менән башлана. Төбәк етәксеһе мәктәптә балаларға телефон кәрәкме, юҡмы тигән теманы күтәрә.
“Ҡасандыр бер әйткәйнем инде, беҙҙең балалар йыш ҡына смартфондарына текәлеп ултыра. Һәм дәрес ваҡытында булһа ла, уларға әҙерәк иғтибарын белем алыуға йүнәлтеү мөмкинлеге биреү кәрәк. Тәҡдим булараҡ шуны әйтәм – иртән мәктәпкә килгәс, улар телефондарын класс етәксеһенә тапшыра ала. Әгәр кәрәк икән, уларға тәнәфес ваҡытында шылтыратыу йәки смс-хәбәр яҙыу мөмкинлеге биреләсәк. Бәлки, шулай ҙа беҙгә балалар донъяһына смартфон тәьҫирен сикләү, белем алыу мөмкинлеге биреү кәрәктер...
Шуға күрә ата-әсәләрҙән был хаҡта фекерен белдереү һәм тауыш биреү һорайым. Башҡортостан мәктәптәрендә балаларға телефондар кәрәкме, юҡмы? Һеҙҙең менән бергә ҡарар ҡабул итербеҙ.
P.S. Тәжрибә уртаҡлашам. Чиновниктарҙың телефонын тартып алдым, эштәренең һөҙөмтәлелеге артты”, – тип яҙҙы ул.
Ә һеҙ ниндәй фекерҙә? Балаға телефон зыян итәме, әллә унһыҙ йәшәп булмаймы? Бәлки ысынлап мәктәптә булһа ла сикләү кәрәктер? Фекерегеҙҙе белдереп, Радий Хәбировтың сәхифәһендә тауыш бирегеҙ.
Әйткәндәй, ярты сәғәт эсендә тауыш биргәндәрҙең 76 проценты кәрәкмәй тигән фекерен белдерҙе.