Бөгөн Республика инженер лицей-интернатында “Киләсәккә лифт. Мәктәп” тип аталған проектты асыу сараһы үтте. Был башланғыс мәктәп уҡыусыларына бушлай һанлы белем алыу мөмкинлеге бирә.
Бөтә Рәсәй кимәлендә тормошҡа ашырыласаҡ программаның төп маҡсаты – илебеҙҙә заманса инженер белеме биреүҙе үҫтереү, төбәктәрҙә мәктәп уҡыусыларына һәм йәш белгестәргә социаль лифт булдырыу, микроэлектроника тармағы өсөн яңы быуын инженерҙары әҙерләү.
Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, “Система” фонды президенты Анна Янчевская, проекттың партнеры булараҡ сығыш яһаған “БЭСК” йәмғиәте вәкилдәре тәбрикләне.
“Проект былтыр ноябрь айында республика Хөкүмәте менән “Система” хәйриә фонды араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы ғәмәлгә ашырылды. Бында һүҙ Башҡортостанда инженер программалау эшмәкәрлегенә йүнәлтелгән ике мәктәп асыу тураһында бара, береһе – инженер лицейы, икенсеһе Өфөләге 31-се мәктәп базаһында эшләйәсәк”, - тине республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Проект өс йыл дауамында 13-17 йәшлек 300 уҡыусыға заманса технологиялар, программалау, микроэлектроника буйынса бушлай белем биреүҙе күҙ уңында тота. Ул алгоритмик фекерләүҙе, ижади һәләттәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән. Уҡыусылар 12 кешенән торған бәләкәй төркөмдәргә бүленеп шөғөлләнәсәк. Уларға тәү сиратта ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙы йәлеп итеү күҙ уңында тотола.
“Фонд менән проектты артабан да үҫтереү, был осраҡта төбәктең иҡтисади үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу күҙ уңында тотола. Эш барышында республиканың һәм Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеге бар”, - тип билдәләне ведомство етәксеһе.
“Система” фонды президенты Анна Янчевская проекттың үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. “Киләсәккә лифт” программаһы өс кимәлдән тора: мәктәп (уҡыусылар һәм урта махсус уҡыу йорттарының беренсе һәм икенсе курс студенттары өсөн), инженер академияһы, фәнни эшмәкәрлек” , - тип билдәләне ул.
“Киләсәккә лифт. Мәктәп” программаһына ҡушылыу өсөн проекттың сайтында теркәлеү үтергә, уҡыусының өлгәше тураһында мәғлүмәт бирергә һәм хат яҙырға кәрәк. Беренсе ағымда уҡыу өсөн 23 мартҡа тиклем түбәндәге сайтта ғариза ҡалдырып өлгөрөргә кәрәк: htttp://bf.sistema.ru/school/