“Торатау” конгресс-холында “Йыл уҡытыусыһы-2020” конкурсын ябыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров, республикабыҙ Хөкүмәте исеменән сығыш яһап, былай тине:
– Был – ябай ғына бәйге түгел, ә күптән юғары кимәлгә күтәрелгән конкурстарҙың береһе. Балаларға төплө белем һәм күркәм тәрбиә биреү йәһәтенән уҡытыусыларҙың өлөшө бик ҙур. Һеҙ бай традицияларҙы үҫтерәһегеҙ, уҡытыусының хеҙмәтен бейеклеккә күтәрәһегеҙ. Конкурс сиктәрендә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” – төбәк-ара, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” һәм “Йәш йыл уҡытыусыһы” бәйгеләре ойошторолдо. Быйыл конкурста бөтәһе 210 педагог көс һынашты.
Иң-иңдәр “Һөнәремә тоғро ҡалам”, “Оҫта уҡытыусы”, “Милли рух тәрбиәләүҙәге фиҙакәрлеге ғаилә менән бәйле”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа этномәҙәни компонентты тормошҡа ашырғаны өсөн”, “Педагогик өмөт”, “Балаларға йөрәгемде бирәм”, “Еңеү һабаҡтары” һәм башҡа номинациялар буйынса билдәләнде.
Жюри әйтеүенсә, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы бик көсөргәнешле барған. Әйткәндәй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусылары араһында бәйге үткәрелә башлауға быйыл 25 йыл тулды. Тәүге йылда иһә ярышта 48 генә уҡытыусы ҡатнашҡан. Әле унда 56 уҡытыусы көс һынашты, конкурсанттар араһында Ырымбур, Силәбе һәм Һамар өлкәләренән дә яҡташтарыбыҙҙың килеүе туған телебеҙҙең ҡулланыу даирәһенең киңлеген аңлата. Улай ғына ла түгел, 55 гүзәл зат менән бер рәттән, бер ир-азамат та ҡатнашты, киләсәктә уларҙы күберәк күрге килә. Иң күп педагогик стажлы (36 йыл) Фәниә Ишҡарина – Ҡырмыҫҡалы районынан, ә Өфө ҡалаһынан Алһыу Янбаева мәктәптә ни бары бер генә йыл эшләй икән.
Бәхет Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәзилә Низамоваға йылмайҙы.
Тамашасылар һөйөүенә иһә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Тимербулатова лайыҡ булды.
Данир Шәмсетдинов (Өфө ҡалаһы, 56-сы мәктәп) – рус теле һәм әҙәбиәте, Ғәлиә Ҡорбанова (Нефтекама ҡалаһы, белем үҙәге) татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында һынатманы, ә Мария Ширшова (Өфө ҡалаһы, 86-сы мәктәп) иң йәш уҡытыусылар араһында алдынғы ине. “Йыл уҡытыусыһы-2020” конкурсында Өфө ҡалаһының 95-се урта мәктәбенең биология һәм химия уҡытыусыһы Федан Ғафаровҡа етеүсе табылманы, шулай уҡ ул абсолют еңеүсе лә.