Өфө ҡалаһында урынлашҡан Республика инженер лицей-интернаты – заманса белем биреү буйынса юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән, төбәгебеҙҙең мәғариф системаһында үҙ исемен лайыҡлы танытҡан белем усағы. Бында Башҡортостандың төрлө төбәгенән йыйылған һәләтле балалар уҡый. Лицей-интернат уҡыусылары республика, Бөтә Рәсәй олимпиадаларында алдынғы урындар яулай, уны тамамлаусылар илебеҙҙең һәм Башҡортостандың иң абруйлы юғары уҡыу йорттарына, башлыса бюджет урындарына уҡырға инеү йәһәтенән яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Быйылғы уҡыу йылында тәғәйенләнгән директор Азамат Шамил улы Ямғурсин етәкселегендәге берҙәм коллектив һәр ваҡыт үҫеш һәм эҙләнеү юлында. Бөгөнгө маҡсатыбыҙ – төпкөл ауылдарҙан, бәләкәй ҡалаларҙан килгән балаларға һәләттәрен асырға булышлыҡ иткән инновациялы белем усағының эшмәкәрлеге менән яҡынданыраҡ таныштырыу.
Төп маҡсат – һәләтле балаларҙы асыу
Быға тиклем Республика инженер лицей-интернаты VII класҡа уҡыусылар ҡабул итә ине. Быйыл тәүге тапҡыр бер V класс ойошторорға ҡарар иткәндәр. Әйткәндәй, был белем усағында малайҙар һәм ҡыҙҙар айырым уҡытыла.
“Лицей эшмәкәрлегенең төп маҡсаты – махсус йүнәлештә эшләгән көслө мәктәптәр булмаған алыҫ райондарҙағы һәләтле балаларҙы асыу, уларға заманса төплө белем биреү. Беҙҙең уҡыусылар өҫтәмә белемдең ҙур өлөшөн дәрестән тыш үткәрелгән бушлай курстарҙа ала. Ауыл ерендә йәшәгән күпселек атай-әсәйҙәр балаһына өҫтәмә белем биреү өсөн сығым бүлә алмай”, – ти лицей директорының уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Азат Абраров. Бында математика, физика, информатика, технология, программалау буйынса төплө, махсус йүнәлешле белем биреүгә баҫым яһала.
Һөҙөмтәләргә туҡталып үтәйек. Республикала йөҙ уҡыусы Башҡортостан Башлығы стипендиаты исеменә лайыҡ, шуларҙың туғыҙы тап әлеге лицейҙа уҡый. Лицейсылар Сочи ҡалаһындағы “Сириус” Бөтә Рәсәй белем биреү үҙәгенә конкурсты уңышлы үтеп, ошо билдәле лагерҙа ял итеү һәм белемен камиллаштырыу хоҡуғын яулап тора. Һуңғы ике йылда ғына 28 уҡыусы “Фән” йүнәлеше буйынса өҫтәмә белем алған. Сентябрь айында ун бала “Инженер-техник эшмәкәрлек” һәм “Химия” йүнәлештәре буйынса әҙерлек үткән. Һуңғылары – “СИБУР-холдинг” нефть-химия компанияһының СИБУР гранттары”на лайыҡ булыусылар.
Йылдың-йылы лицейҙы тамамлаусылар республика, Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай, алған белемен Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары балдар йыйып раҫлай. Мәҫәлән, быйылғы сығарылыш уҡыусыларының бишәүһе Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призеры булып танылған. Уларға үҙ йүнәлеше буйынса илдең бөтә юғары уҡыу йорттарының ишектәре асыҡ тигән һүҙ. Әммә уларҙың бишеһе лә Өфө дәүләт нефть техник университетына инергә йыйына.
Бөгөн Республика инженер лицей-интернаты Өфө дәүләт нефть техник университетының предуниверсарийы һанала. Был – һәләтле балалар менән эшләүҙең бер алымы.
2018 йылдың мартында лицей базаһында әлеге юғары уҡыу йортоноң предуниверсарийын булдырыу тураһында килешеү төҙөлә. Башланғыстың төп маҡсаты – балаларҙың техник йүнәлештәге аң-белем даирәһен киңәйтеү, ижади һәләттәрен асыу, уҡытыу барышына инновациялы алымдар һәм технологиялар индереү. Предуниверсарий булараҡ, инженер лицейында булдырылған уҡыу программаһының төп үҙенсәлеге – ғәмәли математик һәм техник белем биреүҙең комплекслы моделен ғәмәлгә ашырыу өсөн шарттар булдырыу. Бының өсөн робот техникаһы, микроэлектроника дәрестәре, информатика һәм программалауҙы үҙ эсенә алған проектлауҙар ҡаралған, ә тәбиғи-математик фәндәр CLIL тип аталған махсус технология буйынса уҡытыла.
Шулай уҡ лицейҙа икенсе йыл рәттән “Яндекс. Лицей” тип аталған федераль проект тормошҡа ашырыла. Уның төп асылы донъяла киң билдәле “Питон” программалау теле өлгөһөндә VIII – IX класс уҡыусыларын сәнәғәт программалауына өйрәтеүгә ҡайтып ҡала.
Предуниверсарий эшмәкәрлеге булдырылғанға әллә ни күп ваҡыт та үтмәгән, әммә тәүге һөҙөмтәләрҙе барларға мөмкин.
Лицей базаһында “Олимпиада һынауҙарына әҙерлек буйынса инновациялы алымдар” кафедраһы булдырылған.
lБелем усағы Өфө дәүләт нефть техник университетының электрон китапхана селтәренә тоташтырылған.
l Республика инженер лицей-интернаты менән һөнәри һәм социаль партнерҙар – “Башнефть”, “Газпром” йәмғиәттәре араһында хеҙмәттәшлек яйға һалынған.
l Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының һәләтле балалар менән шөғөлләнеү буйынса ресурс үҙәге уңышлы эшләп килә.
l Лицей-интернат Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән олимпиадалар исемлегенә ингән дүрт олимпиаданы үткәреү майҙансығы булып тора.
“Университет мөхите” проектына ярашлы, Йәштәр технопаркында һәм башҡа профилле лабораторияларҙа юғары уҡыу йортоноң уҡытыусылары ҡатнашлығында өҫтәмә дәрестәр уҙғарыла. “Ғәмәли математика”, “Олимпиада химияһы”, “Ғәмәли информатика”, “Ғәмәли физика” кеүек йүнәлештәр буйынса лицей уҡыусылары бик теләп шөғөлләнә.
2018 йылда Республика инженер лицей-интернатын тамамлаған уҡыусыларҙың 30-ы Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инһә, былтыр был күрһәткес 35-кә еткән.
Бында быуындар бәйләнеше көслө
Инженер лицейындағы уҡытыу һәм тәрбиә эшмәкәрлеге “Олимпиада хәрәкәте”, “Проект эшмәкәрлеге”, “Остазлыҡ”, “Тьюторлыҡ” һәм “Ирекмәнлек” йүнәлештәре буйынса алып барыла.
Остазлыҡ элек-электән был белем усағында өҫтөнлөклө йүнәлеш һанала. Ул Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллинаның эш тәжрибәһенә таянып барлыҡҡа килтерелгән. Әйткәндәй, Лиза Ҡыям ҡыҙы – Башҡортостанда әлеге юғары исемгә лайыҡ булған берҙән-бер педагог. Ул үҙенең 22 йыллыҡ педагогик эшмәкәрлеген ошо белем усағына бағышлай, химия фәнен уҡытыу буйынса үҙ методикаһын булдыра. Әлеге ваҡытта уның эшмәкәрлек алымдарын кисәге уҡыусылары уңышлы дауам итә.
Бер кемгә лә сер түгел, бөгөн күпселек мәктәптәрҙә педагогик коллектив башлыса пенсия йәшенә яҡынлаған йәки хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусыларҙан тора. Ә Республика инженер лицей-интернатында уҡытыусыларҙың уртаса йәше 35 йәш тип билдәләнә. Өҫтәүенә уларҙың яртыһын ир-егет уҡытыусылар тәшкил итә. Бының сере нимәлә икән?
– Барыһы ла әлеге остазлыҡ традицияларына барып тоташа, – ти химия уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров. – Беҙҙең күп кенә уҡыусыларыбыҙ, юғары уҡыу йортон тамамлағас, уҡытыусы булып туған лицейына эшкә килә. Коллективта ундайҙар бик күп: математика, физика, химия, технология уҡытыусылары. Һәләтле балалар менән эшләү ҡыҙыҡ та, ҡатмарлы ла, уларға айырым алым кәрәк. Быны кисәге лицей уҡыусылары, әлбиттә, яҡшыраҡ белә һәм аңлай.
Әйткәндәй, Айнур Ғүмәров үҙе лә ошо лицейҙа белем алған. Ҡасандыр Хәйбулла районынан килеп, олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулап, Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына имтиханһыҙ уҡырға ингән. Кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. “Юғары уҡыу йортонда уҡыта башлау менән туған мәктәбемдә эшләргә теләүемде аңланым һәм был һайлауым өсөн һис тә үкенмәйем”, – ти ул. 33 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн ул тәжрибәле уҡытыусыларҙан һанала, үҙ эшмәкәрлегендә остазы Лиза Ҡыям ҡыҙының эш алымдарын, тәжрибәһен киң файҙалана.
Бөгөн дә лицей-интернатта олимпиадаларға әҙерлек барышында элекке сығарылыш уҡыусылары – бөгөнгө ӨДНТУ студенттары йәш лицейсыларға ҙур ярҙам күрһәтә. Остазлыҡ алымы өлкән кластар менән бәләкәй кластар араһында бәйләнеш булдырыуҙа ла киң ҡулланыла, сөнки алыҫ райондарҙан килгән балаларға ят мөхиткә өйрәнеп китеү өсөн ваҡыт та, өлкәндәрҙең ярҙамы ла, иғтибары ла кәрәк.
Айырып уҡытыуҙың үҙенсәлектәре
Республика инженер лицей-интернатында малайҙар менән ҡыҙҙарҙың айырым уҡытылыуы тураһында әйтеп үткәйнек. Улар айырым бүлмәләрҙә генә түгел, айырым корпустарҙа шөғөлләнә. Әммә был уларҙың үҙ-ара бөтөнләй аралашмауын аңлатмай: дәрестәрҙән һуңғы буш ваҡыт, йәғни секцияларҙа, түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү, конкурс һәм олимпиадаларға әҙерләнеү бергә үтә. Заманында был алым республиканың ҡайһы бер мәктәптәрендә, мәҫәлән, Сибай ҡалаһындағы башҡорт лицейында һынап ҡаралды һәм уға ҡарата төрлө фекерҙәр йәшәп килә. Әммә инженер лицей-интернаты уҡытыусылары был алымдан ҡәнәғәт, “бик үҙенсәлекле тәжрибә һәм ул яҡшы һөҙөмтәләр бирә”, ти улар.
– Егеттәр менән ҡыҙҙарҙы айырып уҡытыу тап үҫмерлек осоронда ҙур мәғәнәгә эйә, – ти уҡытыусы Айнур Ғүмәров. – Класта тик егеттәр йәки ҡыҙҙар ғына булыуы балаларға үҙҙәрен иркенерәк тоторға, дәрестәрҙә әүҙемерәк эшләргә булышлыҡ итә. Улар үҙҙәренең нимәнелер аңлап етмәүенән, ҡабатлап һорауҙан тартынмай.
Уҡытыусылар тап әлеге айырып уҡытыу алымы һөҙөмтәһендә лицейсыларҙың ысын ир-егеттәр һәм гүзәл зат вәкилдәре булып үҫеүен, башҡа мәктәптәрҙәге тиҫтерҙәренән айырылып тороуын билдәләй.