Йылдар үткән һайын кеше үҙ булмышына, фиғеленә яҡыная ғына бармай, ә тулыһынса ҡайта. Шуның өсөн дә өлкән быуындың “аҡһаҡал” кимәлендәге ир-егеттәрен, “ағинәй” юғарылығындағы ҡатын-ҡыҙҙарын күреп, ошо хәҡиҡәткә инанаһың. Халҡым тыуҙырған ауыҙ-тел ижадының өлгөләре лә күберәк тәжрибәле быуын тарафынан сығарылып, йәштәргә рухи аманат булып ҡалғандыр. “Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән” тигән мәҡәлдең тәрән мәғәнәһе һәр ваҡыт хайран итә. Уны бер миҫал ерлегендә, бер яҙмыш тирәләй ҡараһаң, ап-асыҡ күренә.
Һүҙемде замандаштарымдың бихисап шәхестәре араһынан айырылып торған, үҙ асылына тоғро ҡалған оло уҡытыусы – Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиеванан башларға теләйем.
Оло уҡытыусы... Был тылсымлы һүҙҙәрҙең яңғырашына халҡыбыҙ оло хөрмәт менән баҡҡан, хәҡиҡәттең үҙенә тиңләгән. М. Аҡмулла, Ш. Бабич шәхестәренә лә ошо ғәмәлдәре мәртәбә өҫтәгән. Гөлназ Ғафир ҡыҙының балаларға белем биргән миҙгелдәрен һан аша түгел, ә йөрәк йылыһы һәм зиһен юғарылығы менән иҫәпләһәң?.. Ай-һай... Тик ниндәй миҡдарға ғына һалып үлсәргә икән? Ә барлыҡ нәмәләр ҙә үлсәүҙәргә ҡайтып ҡаламы? Юҡ, әлбиттә! Һөнәргә – тоғролоҡ! Бына ҡайҙа ята ул үтә теремек, берсә уйсан, әммә йөҙөндә яғымлылыҡ юғалмаған башҡорт ҡатынының уңыш сере. Физика уҡытыусыһы. Урта мәктәптә күпселек ир-егет иңенә төшә был фән. Унда теүәллек, логик фекерләү, донъяны бер нисә яҫылыҡта күҙаллау һәм етеҙлек талап ителә. Дәрес һайын тиерлек тәжрибәләр үткәреү, теорияны практикала күрһәтеү зарур. Гөлназ Ғафир ҡыҙы ошоларҙың барыһын да аңлап, үҙ иңдәренә ошо яуаплылыҡты алған да инде. Шуға ла һөнәре талап иткән характер һыҙаттарын күреп, уҡыусылары хөрмәт итә. Тормошҡа эпик киңлектә бағыу, ваҡлыҡҡа юл ҡуймау, һәр балаға тиң итеп ҡарау, һөнәри яҡтан үҙенә лә һәм коллегаларына ла талапсан булыу – Гөлназ Әхмәҙиеваның һәр хәрәкәтендә, эшмәкәрлегендә, ҡарашында һәм аҙымында ла сағыла. Шуға ла уның уҡыусылары тормошта ошондай сифаттарҙы үҙҙәренә йәшәү девизы итеп алған. Әйткәндәй, уның менән аралашҡан саҡта донъяуи ваҡиғаларға ла икенсе күҙлектән бағаһаң. Халҡыбыҙҙың бөйөк аҡылын һеңдереп, үҙе лә шул баҫҡысҡа күтәрелгән уҡытыусы. Замандың ниндәй генә саҡтары булһа ла, үҙ асылына тоғро ҡала, сөнки Гөлназ Әхмәҙиева – оло уҡытыусы.
Халыҡ уҡытыусыһы... Милләтебеҙҙең асылына остазлыҡ хас. Ниндәй генә осорҙо алһаң да, башҡорт өсөн иман, намыҫ, рух тигән төшөнсәләрҙән бөйөгөрәк нәмә булмаған. Тап ошо тәбиғи характер һыҙаты быуаттан быуатҡа, быуындан быуынға күсә килгән. Ишембай районының Ғүмәр ауылында шәжәрә тамырҙары ереккән Әхмәҙиевтәр нәҫелендә лә остазлыҡ – юғарылыҡ билдәһе. Исхаҡ Сәйфелмөлөк улын ауылдаштары “аяҡлы энциклопедия” тип юҡҡа ғына атамаған. Тәүге ейәнсәрҙәре Гөлназға “тәбиғәт телен” генә түгел, ә ер һулышын, донъя ағышын тыңларға ла Исхаҡ олатаһы өйрәткән. Шуға ла Гөлназ бәләкәй саҡтан уҡ олатай-өләсәй, атай-әсәй һәм туғандар мөхитендә тормош баҫҡыстарынан юғары күтәрелә, ә тыуған ауылы Ғүмәр – йөрәк түрендәге иң изге, иң ҡәҙерле урындарҙың береһе. Шуға ла ауыл тураһында “Мөғжизәле тип әйтәм, сөнки башҡа ерҙә йәшелсә-емеш, бәрәңге, иген-бесән уңмаған йылдарҙа ла Ғүмәрҙә барыһы ла ишелеп уңған кеүек, талантлы шәхестәрҙең иҫәбе лә беҙҙә күпкә артыҡ. Бәләкәй генә ауылдан 10 фән кандидаты, бик күп талантлы уҡытыусы, врач, инженер, хәрби сыҡҡан”, – тип ғорурлана Гөлназ. Ә атаһы менән бер туған Вафа – киң билдәле әҙәбиәт белгесе, шағир. Халҡыбыҙҙа “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр” тигән мәҡәл Әхмәҙиевтәргә тап килә. Ғафир Исхаҡ улы менән Үлмәҫбикә Хафис ҡыҙы биш балаға ғүмер биреп, тормошта ныҡлы аҙымдар менән атларға күп көс һала. Һөйөү һәм наҙ, яуаплылыҡ һәм тырышлыҡ сифаттары өҫтөнлөк итә ғаиләлә. Балаларҙы белем тауына ылыҡтырыу – ғаиләнең төп маҡсаты. Шуға ла биш баланың дүртеһен Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта уҡыта.
Ә тәүге һуҡмаҡты баш ҡалаға Гөлназға һалырға тура килә. “Унда ла мин бик яҡшы мөхиткә эләктем. Уҡытыусыларым, тәрбиәселәрем һәм класташтарымдан да уңдым”, – тип ҡабатларға ярата героинябыҙ. Ярыша-ярыша уҡыуҙар, спорт түңәрәктәрендә шөғөлләнеү, бер минутты ла буш үткәрмәү үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Спорт класында уҡыу ихтыяр көсөн тәрбиәләй йәш ҡыҙҙа. 7-се кластан башлап һәр сиректе тик “5”-легә тамамлау, киләсәккә юғары маҡсаттар ҡороу тап ошо үҫмер саҡтарға тура килә. Хатта тәүге тапҡыр һөйөү хистәре лә шаулы мәктәп йылдарында ярала ла мәңгелек мөхәббәткә әйләнә. Әле лә класташы, тормош иптәше Фидәрис Миңнейәнов менән ошо осорҙарҙы иҫкә алып, хәтирәләрҙе барлайҙар. Мәктәп-интернатты “алтын миҙал”ға тамамлау, БДУ-ның физика факультеты – һөнәргә этәргән иң ҙур ышаныслы баҫҡыстар.
Ҡулына диплом алғас, мәктәп уҡыусылары алдына ышаныслы килеп баҫа. Тәүге эш көнө тыуған яғы Ишембайҙа башлана. 1992 йылда ҡаланың 2-се мәктәп-интернатында физиканан уҡыта башлай. Тыуған яҡтың һауаһы ла йәш белгескә көс-ҡеүәт бирә, һөнәри аҙымдарын нығытырға ярҙам итә. 21 йыл буйы ябай уҡытыусынан З. Вәлиди исемендәге мәктәп-интернаттың директоры вазифаһына тиклеп күтәрелә. Гөлназ Әхмәҙиева етәкләгән осорҙа тарихи ваҡиға – гимназияға халҡыбыҙҙың мәшһүр шәхесе Зәки Вәлидиҙең исеме бирелә. Шәхестең исемен ҡайтарыуға ла күп көс һала етәксе.
Гимназияның һәр сығарылыш уҡыусыһы рухлы, ныҡлы һәм белемле шәхес булып тәрбиәләнә. Шашка буйынса донъя чемпиондары ла тап ошо гимназияла уҡып, артабан ҡанаттарын нығыта. Ишембай гимназияһы коллективы үҙенең һәр эшкә ижади ҡарашы, киләсәккә маҡсаттары менән айырылып торҙо. ХХ быуат аҙағында БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары практика үткән мәлдә күп тапҡыр гимназияла булдым. Һәр дәрес – асыш, һәр дәрес – яңылыҡ. Үҙем дә, студенттар ҙа күп нәмәләргә өйрәндек З. Вәлиди гимназияһы коллективынан. Тап ошо мәлдә Г. Әхмәҙиеваның етәксе оҫталығын да халыҡ юғары баһалай. Өфө мәктәбенә директор итеп саҡырғас, Гөлназ Ғафир ҡыҙы икеләнеп ҡала, ләкин йәшлек ҡалаһы остаздың икеләнеүҙәрен юҡҡа сығара.
Республикабыҙҙың баш ҡалаһы ла егәрле, ышаныслы етәксенең иңдәренә тағы ла яуаплыраҡ эштәр йөкмәтә. Өфө ҡалаһының 7-се мәктәбен етәкләп, Г. Әхмәҙиева белем йортон бик күп күрһәткестәр буйынса Совет районында ла, ҡалала ла уңышлылар рәтенә сығара. Ә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге яңы гимназияға етәксе кәрәк булғанда, Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте һис икеләнмәйенсә тәжрибәле етәксе Г.Ғ. Әхмәҙиеваны тәҡдим итә. Һәм яңылышмай, сөнки өс тиҫтә йылға яҡын мағариф өлкәһендә тупланған тәжрибә, кешеләр менән итәғәтле мөғәмәлә итә белеү, милли педагогия алымдарын тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреү – уның ысынбарлыҡ менән хыялының тап килгән осрағы.
Ҡалабыҙҙың М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһына уҡытыусылар туплаған саҡта ла ошо талаптарҙан сығып эш итә. Етәксе бигерәк тә йәштәргә иғтибар бүлә, мәғарифҡа күберәк уларҙы ылыҡтырырға тырыша. Халыҡ шағиры исемен йөрөткән милли гимназияның маҡсаттары башта уҡ дөрөҫ билдәләнә. Киләсәк заман беҙҙән ниндәй быуынды көтә? Нимәләргә айырым иғтибар итергә кәрәк? Балалар һәм ата-әсәләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нисек ҡорорға? Ошондай йүнәлештәге бихисап һорауҙарға яуап эҙләгәндә, етәксе һәр мәсьәләгә ижади ҡарай, шуға ла уның барлыҡ хеҙмәттәрен һәм эшмәкәрлеген бергә туплаһаң, матур докторлыҡ диссертацияһы килеп сығыр ине.
Гөлназ Ғафир ҡыҙы аңлап, төбөнә төшөнөп башҡара һәр эште. Гимназияла тәүҙә үк ҡала шарттарында башҡорт телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен уҡытыу, популярлаштырыу, халыҡ-ара кимәлгә күтәреү мәсьәләһе тора; икенсенән, һау-сәләмәт, һәр ерҙә лә конкурент булырлыҡ шәхес тәрбиәләү маҡсат итеп ҡуйыла. Тап ике ҡараш эшмәкәрлеккә йүнәлеш бирә лә.
Хәҙер гимназияла спорт һәм рухиәтте нигеҙенән алып юғары кимәлдә өйрәнеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Башҡорт теле кабинеттары үҙҙәре үк фәнни лабораторияны хәтерләтә. Унда һәр уҡыусы туған теленең матурлығын, байлығын, бөйөклөгөн генә белеп ҡалмай, ә уны үҫтереүгә үҙе лә көс һала ала. Әйткәндәй, улар бер нисә булыуға ҡарамаҫтан, һәр береһенең йүнәлештәре төрлө-төрлө. Башҡа предметтар буйынса ла кабинеттар заманса техника менән йыһазландырылған, уҡыусыны заманса фекерләргә, ҡараш булдырырға, белемле итергә барыһы ла бар, тиһәм дә хата булмаҫ.
Гимназиялағы ике спорт залында һәр уҡыусы, физик тәрбиә дәресенән тыш, үҙе һайлаған спорт төрө менән дә шөғөлләнә ала. Бигерәк тә ҡаяға үрмәләү һәм уҡтан атыу өсөн махсус ҡоролмалар менән йыһазландырылған урындар хатта спорт мәктәптәрендә лә юҡ тиерлек. Тағы ла был йыһаз ҡунаҡтарға күрһәтер өсөн түгел, ә балалар унда ылығып тора. Милли уҡ атыу спорты тергеҙелгәс, бер нисә республика турнирының гимназияла үтеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй.
Ғөмүмән, гимназияла уҡыу-уҡытыу, тәрбиә эштәре лә маҡсаттарға ярашлы ойошторолған. Әлбиттә, гимназия тормошо тураһында ваҡытлы матбуғатта әленән-әле материалдар баҫылып тора. Тик ҡайһы саҡ беҙ унда эшләгән кешеләр хаҡында яҙырға, һөйләргә онотабыҙ.
Гөлназ Ғафир ҡыҙы хыялындағы мәркәзде М. Кәрим исемендәге гимназия итеп ойошторған. Уның артында йоҡоһоҙ төндә эшләгән мәлдәр, икеләнгән осраҡтар булһа ла, һөҙөмтә тураһында шатланып һөйләйбеҙ. Бөгөн дә мәғариф системаһында алдынғы булыр өсөн тағы ла ең һыҙғанып эшләргә кәрәк. Ә етәксе, хөрмәтле уҡытыусы Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиева, быларҙың барыһын да аңлап, йылмайып ҡояшлы көнгә баға ла тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эшкә сума. Коллективына өр-яңы йөкләмәләр йөкмәтә. Шулай булмай ни, донъяның ҡояшлы яғында йәшәр өсөн башҡорт бал ҡорттары һымаҡ хеҙмәт итергә кәрәклеген атай-олатайҙарҙан һеңдергән Юрматы ҡыҙы.