Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

Көн тәртибендә – йәштәр лабораторияларын асыу

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин “Фән сәғәте” кәңәшмәһен үткәрҙе.

Көн тәртибендә – йәштәр лабораторияларын асыу

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин видеоконференция тәртибендә “Фән сәғәте” кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда төбәктәге профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, университет ректорҙары ҡатнашты.

Көн тәртибендә – донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә йәштәр лабораторияларын асыу. Республика Башлығының фән мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов әйтеүенсә, республика юғары уҡыу йорттары һәм Өфө федераль тикшеренеү үҙәге институттары Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығына йәштәр ғилми үҙәктәрен ойоштороуға һигеҙ ғариза әҙерләгән.

"2021 – 2023 йылдарҙа илдең юғары уҡыу йорттарында йәштәр лабораторияларын федераль финанслау йыл һайын 1,8 миллиард һум тәшкил итә, шуға күрә һәр бер үҙаллы лаборатория йыл һайын 15-18 миллион һумлыҡ грантҡа иҫәп тота ала, – тине Руслан Ҡазыханов. – Беҙҙең ғаризалар ҡуйылған бөтә талаптарға яуап бирә".

Йәштәр лабораторияларын ойоштороуҙың төп шарты – проекттарҙа йәш аспиранттарҙың һәм өлкән курс студенттарының ҡатнашыуы.

"Ошо рәүешле беҙ йәш ғаилимдарға, һәләтле студенттарға һәм аспиранттарға ярҙам итә, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә перспективалы, ҡыҙыҡлы йүнәлештәр аса аласаҡбыҙ", – тине Александр Сидякин.

2018 йылдың декабренән “Фән” милли проектына ярашлы, ғилми ойошмалар һәм юғары уҡыу йорттары нигеҙендә 380 йәштәр лабораторияһы асылған. Уларҙың етәкселәре һәм төп хеҙмәткәрҙәре – 30 йәшкә тиклемге тикшеренеүселәр. 2021 йылға план – йәнә 100 лаборатория булдырыу.

 

 

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143390.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143390.html

 

Автор:Лилия Давлетбакова