Өфөлә 2012 йылда рус теленән тәүге тапҡыр тоталь диктант ойошторолдо. Быйыл тоталь диктанттың авторы – яҙыусы Марина Степанова (“Сад”, “Хирург”, “Женщины Лазаря”).
Тоталь диктантта ҡатнашыусылар 19 быуатта Воронеж ҡалаһында йәшәгән һәм беренсе мөхәббәте менән осрашырға уйлаған үҫмерҙең тормошо тураһында тексты яҙасаҡ.
Тоталь диктант шәмбе 9 апрелдә сәғәт 11-ҙә башлана. Диктант яҙыу өсөн алдан https://totaldict.ru/ufa тигән сайтта теркәлергә кәрәк. Диктант яҙыу майҙансыҡтары түбәндәгеләр: Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Үҙәк ҡала китапханаһы, 2-се, 6-сы, 29-сы, 41-се, шулай уҡ Таптыҡ ауылы модель китапханалары, 82-се гимназия һәм тағы бер нисә белем усағы. Диктант яҙырға килгән һәр кемгә бланк һәм ручка, бынан тыш музейға билет һәм пицца өсөн флаер тапшырыла.
Диктантҡа онлайн әҙерләнеү сайты – totaldict.ru.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
#вездедиктант #вуфедиктант