Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы итеп Вадим Захаров тәғәйенләнде. Бөгөн вуздың ғилми советы ултырышында Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Петр Кучеренко һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев яңы етәксе менән таныштырҙылар.
– Республиканың юғары уҡыу йорттары, айырыуса Башҡорт дәүләт университеты – Волга буйы федераль округында ла, тотош Рәсәйҙә лә иң ҙур вуздарҙың береһе. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың фәнде һәм юғары мәктәпте үҫтереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар биреүен беләбеҙ. Бөгөн дә Вадим Петрович Захаровты Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләү – республикала яңы ҙур университет ойоштороу буйынса етди эштең дауамы ул. Беҙгә Башҡорт дәүләт университетында һәм Өфө дәүләт авиация техник университетында булған бөтә яҡшы күренештәрҙе һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү мөһим, – тине Петр Кучеренко.
– Был - Башҡорт дәүләт университеты һәм бөтә республика тормошонда мөһим ваҡиға. Вадим Петрович Захаровты ректор вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләү тураһындағы ҡарарҙы хуплайбыҙ, – тине Урал Килсенбаев. – Иң мөһиме – ул ошо юғары уҡыу йортон тамамлаған, аспирант, докторант, профессор. Яңы ректор етәкселегендә Башҡорт дәүләт университеты коллективы ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәр, тип ышанабыҙ.
Вадим Захаров Башҡортостан етәкселегенә, Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығына ышаныс күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Петр Кучеренко Башҡорт дәүләт университетының элекке ректоры Николай Морозкинға ла рәхмәт әйтеп, ведомствоның Почёт грамотаһын тапшырҙы.
Мәғлүм булыуынса, университеттың яңы етәксеһе Вадим Петрович Захаров 1975 йылдың 19 апрелендә Күгәрсен районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлаған. Химия фәндәре докторы, профессор.
Төрлө йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында өлкән ғилми хеҙмәткәр, “Роснефть-ӨфөНИПИнефть” йәмғиәтенең бүлек начальнигы, лаборатория мөдире, БДУ-ла ғилми эш буйынса проректор була. 2020 – 2022 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенә етәкселек итә. Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы, Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы, фән һәм техника өлкәһендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты. Рәсәй Фәндәр академияһының миҙалы менән бүләкләнгән.
Фото: В. Шахов (БДУ).