Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
11 Май 2022, 21:00

16 майҙа брифинг үтәсәк

Балаларҙың йәйге лагеры программаһында яңылыҡ бар. 

16 майҙа брифинг үтәсәк
16 майҙа брифинг үтәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә балаларҙың йәйге лагеры буйынса брифинг үткәрергә, барыһын да ябай итеп аңлатырға ҡушты. Брифинг 16 майҙа киске сәғәт 7-лә Башҡортостан юлдаш каналында һәм социаль селтәрҙәрҙә үтәсәк.

Республикабыҙҙа балаларҙың йәйге лагеры өсөн путевка хаҡын компенсациялауҙың ике варианты эшләй. Федераль һәм төбәк кешбэктары ярҙамында аҡсаның күпмелер өлөшө кире ҡайтарыла.

2022 йылда Башҡортостан лагерҙарында 400 мең бала ял итер тип күҙаллана - дөйөм балалар һанының 79 проценты. Был турала Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне. Йәйге лагерҙар программаһында республика проекттары, профилле сменалар эшләйәсәк. Яңылыҡ бар – ҡыҙ һәм малайҙарҙы йөҙөргә өйрәтәсәктәр. Республикабыҙҙа йәйге лагерҙар күп, Башҡортостан Волга буйы федераль округында был тәңгәлдә икенсе урында.

Фото: tagan.mos.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: