Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
12 Май 2022, 16:15

Директор эше ауырмы?

Абсолют еңеүсе исемен Алмаз Бикмөхәмәтов алды

Директор эше ауырмы?
Директор эше ауырмы?

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында “Башҡортостандың йыл директоры – 2022” республика конкурсы ойошторолдо.

Шул иғтибарға лайыҡ, конкурс йылдан-йыл танылыу яулай бара, унда ҡатнашыусыларҙың артыуы күҙәтелә. Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының уҡытыу-методик эштәре буйынса проректоры Илдус Сыңғыҙовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, директорҙарҙың бәйгеһе, ғәҙәттәгесә, шаулап-гөрләп уҙған. Шулай итеп, “Башҡортостандың йыл директоры – 2022” абсолют еңеүсеһе исемен Алмаз Бикмөхәмәтов алды.

– Йәшермәйем, конкурста көслө директорҙар ҡатнашты, – тине Саҡмағош районы Саҡмағош ауылының 1-се мәктәбе директоры Алмаз Бикмөхәмәтов. – Ул шулай булырға тейеш ине лә. Ошондай ҙур көсөргәнеш менән барған бәйгеләр конкурсантты һәр йәһәттән дә үҫтереүгә ныҡ булышлыҡ итә.

Алмаз Рәмил улы әйтеүенсә, бөтә эштәрҙе лә алдан яйға һалһаң, директор булыу һис тә ҡыйын түгел.

Фото: Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в