Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
18 Май 2022, 23:15

Белем биреү марафоны башланды

Унда ҡатнашыусылар Рәсәйҙең технологик, фәнни һәм һанлы үҫешен, донъя тарихындағы өлөшөн, спорт еңеүҙәрен, финанс, мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарын тикшерә.

Белем биреү марафоны башланды
Белем биреү марафоны башланды

17 майҙа Рәсәйҙең “Белем” йәмғиәте тарафынан ойошторолған федераль белем биреү марафоны старт алды. Ул 19 майға тиклем Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Сочилағы биш майҙансыҡта үткәрелә.

Марафонда ҡатнашыусылар Рәсәйҙең технологик, фәнни һәм һанлы үҫешен, донъя тарихындағы өлөшөн, спорт еңеүҙәрен, финанс, мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарын тикшерә. “Яңы горизонттар” федераль марафоны - 220 сәғәттән ашыулыҡ мәғрифәт контенты, 200-ҙән күберәк лектор һәм уҡытыусы. Спикерҙар араһында дәүләт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, бизнес, фән, мәҙәниәт, спорт лидерҙары бар. Рәсәйҙең егерме миллиондан ашыу кешеһе марафондың беренсе көнгө трансляцияһын интернет аша ҡараны.

Сараны Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко асты. Үҙ телмәрендә ул марафондың әһәмиәтен билдәләне. Тректың лекция программаһын Рәсәй Президенты матбуғат секретары Дмитрий Песков “Мәғлүмәт һуғышы. Ҡағиҙәһеҙ уйын” темаһы менән асып, үҙенең сығышында һәр һуғыштың да тыныслыҡ менән бөтөүен билдәләне. Рәсәйҙең сит илдәр министры Сергей Лавров “Күп полярлы донъя. Рәсәй донъя тарихының яңы әйләнешендә” темаһына һөйләне. 

Марафондың тәүге көнөндә спикер лекциялары араһында мәғлүмәтле видеороликтар ҙа күрһәтелде. Тамашасылар виртуаль рәүештә Еңеү музейы буйлап экскурсияла булды, “Йыһанға тәүге аҙым. Йыһанды үҙләштереү тарихы” фильмын ҡараны, рус балеты йолалары тураһында, яҙыусы Лев Толстой ижады һәм тормошо хаҡында лекция тыңланы.

Көндө "Союзмультфильм" киностудияһының ижади төркөмө менән осрашыу йомғаҡланы. Генераль продюсер Юлия Осетинская һәм режиссер-сценарий яҙыусы Борис Чертков етәкселегендәге ижади төркөм марафон ҡунаҡтарына “Суворов. Бөйөк сәйәхәт” анимация фильмын күрһәтте.

Лекция программаһы менән бер рәттән марафон майҙансығында өлкән класс уҡыусылары өсөн мәғрифәт уйындары финал ярыштарының тәүге көнө үтте. Уны Рәсәйҙең “Белем” йәмғиәте илдең Мәғариф министрлығы ярҙамында ойошторҙо. Интеллектуаль викторинала 88 команда ҡатнашты. Алдынғы өсәү иҫәбендә - Мәскәү, Мурманск, Мәскәү өлкәһе командалары.

Фото: "Башинформ".

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: