Йәмле йәй етте, балаларҙың каникулдары башланды. Бөгөн республикала балалар һауыҡтырыу лагерҙары эш башланы. Хәйбулла районының йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан "Аҡсарлаҡ" лагерына һаулыҡтарын нығытыу, һәләттәрен асыу, уны артабан дауам итеү, яңы дуҫтар табыу, иң мөһиме - каникулды файҙалы итеп үткәреү маҡсатында бөтәһе 130 бала бер нисә автобусҡа ултырып лагерға юлланды.
Балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн лагерҙа бар шарттар үтәлгән: бүлмәләрҙә капиталь һәм косметик ремонт эшләнгән, биләмә тирәһе, бүлмәләр дезинфекцияланған, янғынға ҡаршы һаҡланыу саралары ла теүәл атҡарылған. Етәксе Х. Шәмсетдинов әйтеүенсә, яңы постель кәрәк-яраҡтары һатып алынған, һауыт-һаба яңыртылған, видеокүҙәтеү камералары ремонтланған. Лагерҙа эшләү өсөн хеҙмәткәрҙәр тулы медицина тикшереүе үткән. Төп педагогик состав Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты, Сибай педагогия колледжы һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары тәшкил итә. Буласаҡ педагогтар үҙҙәренең махсус практикаһын лагерҙа үтергә теләк белдергән.
Балалар өсөн көндәрҙең йылы тороуы ғына кәрәк, сөнки улар рәхәтләнеп Һаҡмарҙа һыу ингеләре килә. Әйткәндәй, Хәйбулла районында 4 мең бала йәй көнө рәхәтләнеп ял итеү һәм һаулыҡтарын нығытыу өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған.
"Аҡсарлаҡ"та балалар нисек ял итә, нимәләр менән шөғөлләнә һәм башҡалар тураһында гәзитебеҙҙең алдағы һандарының береһендә яҡындан таныштырасаҡбыҙ.
Фото: Хәйбула районы сайтынан.