Өфөлә 2021 йыл өсөн Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттары һәм ғилми учреждениелары йәш ғалимдарының иң яҡшы ғилми эшенә конкурс еңеүселәрен бүләкләнеләр.
Алтмыштан ашыу ғалим һәм ғилми коллектив 12 номинация буйынса 40 дипломға лайыҡ булды. Конкурс еңеүселәренә уларҙы ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеүсе компанияһы директоры Ирина Буренина тапшырҙы. Бәйгелә Башҡортостандың йәш ғалимдары – аспиранттар, фән кандидаттары, фән докторҙары һәм йәш ғилми коллективтар ҡатнашты. Конкурсҡа ғилми эштәр, ғилми тикшеренеүҙәр өсөн приборҙар төҙөү буйынса материалдар, фәнде үҫтереүгә булышлыҡ иткән методикалар һәм технологиялар ҡабул ителде.
Бүләкләү тантанаһы файҙалы үтте: республика ғилми-белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһы Юғары иҡтисад мәктәбенән хеҙмәттәштәрен фәнни коммуникациялар тураһында һөйләшергә саҡырҙы.