Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, республикала “Каникуляр һөнәри йүнәлеш биреү мәктәптәре” федераль проекты старт алды.
“Каникуляр һөнәри йүнәлеш биреү мәктәптәре” – уҡыусыларға иртә һөнәри йүнәлеш һәм үҙбилдәләнеш биреүҙе, өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса өҫтәмә белем биреүҙең йөкмәткеһен, технологияларын яңыртыу йәһәтенән иң яҡшы тәжрибәләргә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған Бөтә Рәсәй проекты. Каникуляр һөнәри йүнәлеш биреү мәктәптәрендә 5-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала.
"Каникуляр һөнәри йүнәлеш биреү мәктәптәре балалар өсөн бушлай ойошторола. Финанслау федераль бюджет иҫәбенә алып барыла. Быйыл уҡыусылар өсөн 49 смена үткәрелә, унда республиканың 750 балаһы ҡатнаша ала. Йәйге каникул мәктәптәре ике форматта үтәсәк: балалар ете көн дауамында көндөҙгө йәки тәүлек әйләнәһенә эшләгән мәктәптәрҙә шөғөлләнә ала", - тип һөйләне Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Программаларҙа балаларҙың биш категорияһы ҡатнаша ала: һәләтлеләр; өлгәшеү кимәле түбән уҡыусылар; үҫеш йәки инвалидлыҡ үҙенсәлектәре булғандар; ауыр тормош хәлендә ҡалғандар (мәжбүри күсенгәндәр, конфликт йәки экологик һәләкәттәр ҡорбандары һәм башҡалар), шулай уҡ социаль йәһәттән хәүефле хәлдә булғандар.
Проектта республиканың 10 колледжы ҡатнаша. Улар:
- Кушнаренко ауыл хужалығы колледжы,
- Мәләүез киң профилле һөнәри колледжы,
- Стәрлетамаҡ киң профилле һөнәри колледжы,
- Туймазы дәүләт юридик колледжы,
- Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы,
- Өфө автотранспорт колледжы,
- Бөрө киң профилле һөнәри колледжы,
- Белорет педагогия колледжы,
- Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжы,
- Өфө киң профилле һөнәри колледжы.
“Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, программала ҡатнашҡан балалар смена профиле буйынса практик күнекмәләр алыу менән бер рәттән эш биреүселәр менән дә осраша аласаҡ. Бынан тыш, уларҙы күңел асыу программаһы ла көтә”, - тип һөйләне Башҡортостандың Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге директоры Кира Ғәләмова.
Һәр смена алдынан ҡатнашыусы "ПрофРФ" порталында һөнәри йүнәлеш буйынса тест үтә: https://profrf.ru/kanikulyarnye-proforientatsionnye-shkoly/professionalnoe-testirovanie/ Уның ярҙамында үҙеңә ярашлы һөнәри йүнәлештәрҙе билдәләргә мөмкин.
Көҙгөһөн “ПрофРФ” порталында 5-11-се класс уҡыусылары өсөн 30 йүнәлеш буйынса дистанцияла курстар эшләйәсәк.
Проект “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проектының саралар планына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Фото: rcz-lnr.ru