Мәктәптәрҙә Берҙәм дәүләт имтихандары тамамланды, сығарылыш кисәләре гөрләп үтте. Ҡулына урта белем тураһында документ алған егет һәм ҡыҙҙарҙың алдына тағы ла мөһимерәк һынау – һөнәр һайлау бурысы килеп баҫты. Ә юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттары яуаплы һәм тынғыһыҙ мәлде – ҡабул итеү кампанияһын башлап ебәрҙе. Туған телебеҙ һаҡсыларын әҙерләгән төп уҡыу йорттарының береһе – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә АБДУЛЛИНА менән әңгәмәбеҙ быйылғы ҡабул итеү үҙенсәлектәре, факультет тормошона ҡағылышлы яңылыҡтар тураһында барҙы.
– Гөлфирә Риф ҡыҙы, белеүебеҙсә, быйыл һеҙҙең факультетҡа ҡағылышлы байтаҡ яҡшы яңылыҡ бар...
– Иң шәп яңылыҡ ул, әлбиттә, – “Журналистика” йүнәлешендә көндөҙгө бүлеккә бюджет урындарының бүленеүе, шул иҫәптән башҡорт журналистикаһы бүлегенең тергеҙелеүе. Белеүегеҙсә, 2014 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында бығаса эшләп килгән милли журналистика төркөмдәренә абитуриенттар йыйыу туҡтатылғайны, был хәл Мәскәүҙән бюджет урындарының бүленмәүенә бәйле ине. Әле журналистика бүлегендә 15 бюджет урыны булдырылды, шуның һигеҙен “Башҡорт телендә киң матбуғат саралары хәбәрсеһе” профиленә тәғәйенләнек, ҡалған етеһе – “Телевидение һәм радио киң мәғлүмәт саралары продукцияһын етештереү” профиленә документтар тапшырған абитуриенттар өсөн. Маҡсатлы килешеү нигеҙендә ике кешене ҡабул итеү мөмкинлеге бар, уларҙың береһе башҡорт төркөмөнә уҡырға килеүселәр өсөн ҡалдырылды.
– Ә был бүлеккә конкурс ҙурмы?
– “Журналистика” бүлегенә йыл һайын конкурс ҙур була. Түләүле нигеҙҙә яҡынса 50 кеше (шул иҫәптән сит илдәрҙән, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән) уҡырға инә. Рус теленән һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәненән Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренә ярашлы ҡабул итәбеҙ. Бынан тыш, өсөнсө һынау ҙа ҡаралған – журналистика буйынса әңгәмәләшеү. Уны, абитуриенттың теләген иҫәпкә алып, республиканың ике дәүләт телендә лә ойошторабыҙ.
Тағы бер яңылығыбыҙ – быйыл “Журналистика” йүнәлешендә бакалавриат кимәлендә түләүле нигеҙҙә яңы профиль астыҡ: “Көнсығыш телдәрен тәрәнәйтеп өйрәнеүгә ҡоролған журналистика”. Абитуриенттар күпләп килер, тигән өмөттәбеҙ: беренсенән, бик көнүҙәк йүнәлеш, икенсенән, факультетта көнсығыш телдәрен өйрәнеү яҡшы кимәлдә алып барыла, йәғни эске ресурстар көслө.
Журналистика буйынса “Һанлы коммуникациялар һәм яңы медиа” тигән яңы магистратура программаһы буйынса 10 бюджет урыны бар. Ғөмүмән, шуныһы ҡыуандыра: хәбәрсе булырға теләгәндәрҙең һаны арта. Былтыр хатта ике фән кандидаты беҙҙә магистратура тамамланы.
– Башҡа бүлектәргә ҡағылышлы яңылыҡтарға ла туҡталып үтәйек.
– Тағы бер һөйөнөслө хәбәр – “Шәрҡиәт һәм африканистика” бүлегендә бығаса түләүле нигеҙҙә эшләп килгән магистратурабыҙға быйыл беренсе тапҡыр 10 бюджет урыны бүленде. Был йүнәлеште үҫтереүгә һалған көсөбөҙ, тырышлығыбыҙ, ниһайәт, дөрөҫ баһаланды, тигән һығымта яһаныҡ. Ысынлап та, был тиклем телдәр төрлөлөгөн тәҡдим иткән университеттар Рәсәйҙә артыҡ күп түгел.
“Шәрҡиәт һәм африканистика” бүлегендә бакалавриат кимәлендә алты телде (ҡытай, корей, япон, төрөк, ғәрәп, фарсы), ошо телдә һөйләшкән халыҡтарҙың әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, тарихын, географик һәм сәйәси ҡоролошон өйрәнеү мөмкинлеге тыуҙырылған. Бюджет урындары бар. Был бүлеккә сит илдәрҙән һәм төбәктәрҙән уҡырға ингән балалар күп, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Себер тарафтарынан киләләр. Замандан артта ҡалып булмай: Көнбайышҡа ҡарағанда хәҙер тағы Көнсығышҡа нығыраҡ йөҙ борабыҙ.
Теләгән бер кешене, көнсығыш телдәрендә бер һүҙ белмәһә лә, һөйләшергә өйрәтәбеҙ. Ҡытай, корей, төрөк милләтле уҡытыусылар дәрес алып бара, улар менән телдең бөтә нескәлектәренә төшөнөргә мөмкин. Көнсығыш телен өйрәткән һәр уҡытыусы сит илдә стажировкала булып ҡайтҡан. Университеттың сит ил уҡыу йорттары менән бәйләнеше көслө, төрлө килешеүҙәр төҙөлгән. Студенттар төрлө илдәргә (юл хаҡын түләү шарты менән) махсус программа буйынса кәмендә – ярты, ғәҙәттә, бер йылға уҡырға сыға, һис юғы онлайн тәртибендә түләүһеҙ белемен камиллаштыра, сит ил университетының сертификатын ала. Көнсығыш телдәре буйынса белгес булырға йыйынғандарҙан мотлаҡ рус теленән һәм тарих фәненән БДИ һөҙөмтәләре кәрәк, ә өсөнсө имтихан итеп өс фәндең береһе – йәмғиәтте өйрәнеү, география, инглиз теле буйынса һынау баһаһы ҡабул ителә.
“Шәрҡиәт һәм африканистика” бүлегендә конкурс ҙур, шул сәбәпле БДИ һөҙөмтәләре сағыштырмаса түбән булған башҡорт балалары уҡырға инә алмай ҡала ине. Ошо хәлдән сығыу маҡсатында былтыр “Педагогик белем биреү (башҡорт теле һәм әҙәбиәте, көнсығыш телдәре)” тигән яңы профиль астыҡ һәм яңылышманыҡ. Шул тиклем һәләтле, аҡыллы балалар тупланған 25 кешелек төркөм барлыҡҡа килде. Ҡытай һәм төрөк төркөмдәрен йыйҙыҡ. Быйыл да бюджет урындары бар.
– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләү буйынса эш нисек ҡуйылған?
– Филология йүнәлешендә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тәржемә” профиле бик уңышлы эшләп килә, республикабыҙҙың ике дәүләт телендә иркен аралашырға, грамоталы яҙырға, текстарҙы башҡорт теленән рус теленә, руссанан башҡортсаға, инглизсәгә ауҙарырға өйрәтәбеҙ. Бюджет урындары быйыл да һаҡланды. Ситтән тороп уҡыу бүлегендә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте” профиленә бюджет нигеҙендә уҡырға ҡабул итәбеҙ. Рус теленән һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәненән БДИ һөҙөмтәләре иҫәпкә алына, өсөнсө һынау – университетта башҡорт теленән тест һорауҙарына яуап биреү.
– Белеүебеҙсә, бер нисә телде белгән гидтар ҙа әҙерләйһегеҙ.
– Эйе, беҙҙең факультетта тағы бер үҙенсәлекле йүнәлеш бар, ул “Туризм, сит телдәрҙе белгән экскурсовод” тип атала. Һуңғы йылдарҙа эске туризмды үҫтереүгә иғтибар көсәйеүен иҫәпкә алғанда, әлбиттә, был профилдең ҙур һорау менән файҙаланыуын күҙаллап була. Буласаҡ экскурсоводтарҙы рус, инглиз, көнсығыш телдәрендә мәғлүмәт бирергә өйрәтәбеҙ, иң мөһиме – улар барыһы ла башҡорт телен, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, тарихын, милли мираҫын да яҡшы белергә бурыслы.
Бер мөһим мәғлүмәткә иғтибар йүнәлтке килә: бакалавриат йүнәлештәренә уҡырға ингәндә колледж тамамлағандар университетта тест формаһында һынау тота, БДИ һөҙөмтәләренең мөҙҙәте сыҡмаған осраҡта, уларҙан да файҙалана ала. Ситтән тороп белем алыу йүнәлештәренә колледж тамамлағандар айырыуса теләп килә. Улар өсөн биш йыл дауамында эш менән уҡыуҙы яраштырып алып барыу бик отошло.
– Студенттарға ҡаралған социаль яҡлау саралары, уларҙың уҡыуҙан тыш тормошон ойоштороу, һәләттәрен үҫтереү буйынса башҡарылған эшмәкәрлек тураһында ла һөйләһәгеҙ ине.
– Ғөмүмән, беҙҙең факультетҡа уҡырға инеү бик отошло, тип һанайым. Йәштәрҙә милли рух тәрбиәләнә, уҡытыусылар тарафынан студенттарға ҡарата атай-әсәйҙәрсә мөнәсәбәт һаҡлана, уларҙың артабанғы үҫеше өсөн бик яҡшы шарттар булдырылған. “Шоңҡар” әҙәби-ижад түңәрәгендә ҡәләм шымартыу мөмкинлеге бар. Яҙыусылар, шағирҙар, республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре менән осрашыуҙар йыш ойошторола. “Осҡон” халыҡ театрында, “Йәшлек” ансамблендә илһам ҡанаттарын нығыталар, ҡурай түңәрәге эшләй. Күп кенә студентыбыҙ телевидениела, радиола тәжрибә туплай.
Шифаханаларға, ял йорттарына юлламалар бүленә. Университет иҫәбенә төрлө халыҡ-ара конкурстарға, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларға баралар. Яҡшы уҡыған, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан, фән, спорт менән шөғөлләнгән студенттар өсөн айырым стипендиялар ҡаралған, уларҙың суммаһы 15 меңгә тиклем барып етә.
Университет белем алыу урыны ғына түгел, унда шәхестең донъяға ҡарашы формалаша. Төп маҡсатыбыҙ – ижади фекерләгән, заман ағышын яҡшы тойған белемле, аҡыллы йәш быуын тәрбиәләү. Уҡыу йортонда үткәргән йәшлек йылдарын һәр студент һағынып та, ғорурланып та иҫкә алырға тейеш. 50-нән артыҡ уҡытыусы эшләгән, 800-ҙән ашыу студент белем алған факультет заман талаптарына яуап бирергә генә түгел, ә ошо талаптарҙы билдәләү буйынса үҙ тәҡдимдәрен дә еткерерлек берәмек булып формалашырға тейеш. Бынан бер нисә тиҫтә йыл элек төп маҡсатыбыҙ башлыса ауыл мәктәптәре өсөн юғары белемле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, республикабыҙҙың ваҡытлы матбуғат саралары өсөн хәбәрселәр әҙерләү булһа, хәҙерге заман беҙҙең алға яңы талаптар ҡуя: төрлө шарттарҙа ла юғалып ҡалмаған, үҙ фекерен сатнатып еткерә алырлыҡ зиһенле, рухлы быуын әҙерләү.
– Йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Гөлфирә Риф ҡыҙы! Яуаплы, тынғыһыҙ мәлде һөҙөмтәле, уңышлы үткәрергә насип булһын!
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА