2022 йылдың 1 сентябренә Башҡортостанда 63 мәктәпте төҙөкләндереү күҙаллана. Яңы уҡыу йылынан уларҙа 20 963 кеше шөғөлләнәсәк. Республика мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Альберт Йәримов аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында ошо хаҡта белдерҙе. Уны бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙғарҙы.
– Башҡортостан дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу буйынса федераль программаға әүҙем ҡушылды. Беҙ Рәсәй Мәғариф министрлығында өҫтәмә ғаризаны яҡланыҡ. Ул алдағы ике йылда 48 070 уҡыусы белем алған 134 мәктәпте ремонтларға мөмкинлек бирәсәк. 2026 йылға тиклем республикала бөтәһе 365 уҡыу йортон яңыртасаҡтар, – тип билдәләне Альберт Йәримов. – Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә икенсе һәм Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.
Төҙөлөш эштәренең һәм йыһазландырыуҙың дөйөм хаҡы биш миллиард һум тәшкил итә. Республика бюджетынан мәктәп яны биләмәләрен төҙөкләндереүгә 527 миллион һум бүлеү күҙаллана.
Башҡортостан Башлығы республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы коллективына мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау федераль программаһында ҡатнашыу өсөн ҙур ойоштороу эше алып барғанға рәхмәт белдерҙе.
– Бергәләп ғариза биреү кампанияһын бик яҡшы үткәрҙек, – тине Радий Хәбиров. – Мәктәптәрҙе яңыртыу программаһы сиктәрендәге бөтә эштәрҙе сифатлы һәм билдәләнгән ваҡытта башҡарып сығырға кәрәк, беҙҙең балалар уңайлы шарттарҙа белем алһын өсөн тырышайыҡ.
Фото: bash.news