Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 6 июлдә Шишмә районындағы хәрби-патриотик парк майҙанында биләмәне үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 25 июлдә “Авангард” уҡыу-методик үҙәгендә уҡыусылар өсөн 12 көнлөк хәрби-патриотик сменалар эшләй башлаясағын, ә 1 сентябрҙән биш көнлөк уҡыу сборҙары тергеҙелеүен белдерҙе. ”Авангард” үҙәге етәксеһе Никита Рекрут бында өлкән класс уҡыусыларының армия хеҙмәтенә яҡшы әҙерлек үтеүе тураһында һөйләне.
2022 йылда 3800 кешене йәлеп иткән 19 смена ойоштороу планлаштырыла. Ә киләһе йылда “Авангард” базаһында 6 800 бала өсөн 34 смена эшләйәсәк. “Патриот” хәрби-патриотик паркы директоры Александр Старшинин майҙанды киңәйтеү өсөн авария хәлендәге ҡоролмаларҙы һүтәсәктәре, икенсе сираттағы төҙөлөш өсөн инженер һәм коммуникация селтәрҙәрен төҙөкләндерәсәктәре тураһында һөйләне.
“Патриот” паркында “Партизандар ауылы” объекттарын төҙөү башланған. Эргәһендә ҙур футбол майҙаны буласаҡ. Ә 2024 йылда “Патриот” биләмәһендә Конгресс-үҙәк, мәсет, ғибәҙәтхана, ат-спорт һәм ут майҙандары, музей-күргәҙмә экспозицияһы өсөн павильондар ҡалҡып сығасаҡ.
Яңыраҡ ошонда Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр батальонын хәрби хеҙмәткә оҙатыу тантанаһы үтте.
Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/155389.html