Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Ноябрь 2022, 14:40

Эштәр планға ярашлы бара

Вуз-ара студент кампусын төҙөүгә федераль бюджеттан 12 миллиард һум самаһы аҡса бүлеү планлаштырыла. 

Эштәр планға ярашлы бара
Эштәр планға ярашлы бара

БР Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәт ултырышын үткәрҙе, унда вуз-ара студент кампусын төҙөү мәсьәләһе ҡаралды.

- Проектҡа ярашлы 150 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы капиталь төҙөлөш объекттары планлаштырыла. Шул иҫәптән бында 70 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ инә. Йәшәү өсөн булдырыласаҡ урындар һаны 4 меңдән аша. Вуз-ара студент кампусын төҙөүгә федераль бюджеттан 12 миллиард һум самаһы аҡса бүлеү планлаштырыла, ә объекттың дөйөм хаҡы 20 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк, - тине Андрей Назаров.

Юл картаһын тормошҡа ашырыу буйынса артабанғы аҙымдар, Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы алдындағы бурыстарҙың үтәлеше тураһында ентекләберәк Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, төҙөлөш объектының бер аҙ төҙәтеп эшләнгән концепцияһы алынған, проекттың тышҡы архитектур формаһы үҙгәреш кисермәгән, бары тик эске биҙәлеш һәм ҡайһы бер биналарҙың бейеклегенә бәйле аҙ ғына төҙәтмәләр индереү ҡаралған.

- Килешелгән осраҡта бөтә документтарҙың проекты ла стартҡа әҙер. Проектты тормошҡа ашырғанда 12 ер участкаһын, шул иҫәптән республика милкендәге 10 участканы файҙаланыу ҡаралған, - тине Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары.

Рөстәм Моратов хәбәр итеүенсә, Халыҡ-ара бизнес аҙналығында концессияға ҡул ҡуйыу, шунда уҡ нефть-газ компанияларын йыйыу һәм проект менән таныштырыу күҙаллана. Премьер-министр билдәләүенсә, тиҙ арала килешеү һәм концессия килешеүен төҙөргә, шулай уҡ уны оҙатып барыуҙы ойошторорға кәрәк.

- Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан бөтә тәҡдимдәрҙе тиҙ арала әҙерләп, тейешле концессия килешеүен ҡул ҡуйыуға әҙерләүҙәрен һорайым, - тип йомғаҡланы Премьер-министр.

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: