Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
16 Декабрь 2022, 12:27

Баланың яҙмышы тәрбиәсегә бәйле

Бәләкәстәр илендә ҡыҙыҡлы.

Балалар баҡсаһында мәктәпкәсә йәштәге бала шәхес булып формалаша, уның һаулығына нигеҙ һалына, шуға ла бәләкәстең яҙмышы тәрбиәсенең аҡылына, сыҙамлылығына, күңел донъяһына, иғтибарына бәйле, сөнки ул әсәләрҙәй йөрәк йылыһы менән наҙлап һөйә, шәхес тәрбиәләй.

“Кеше һөнәрҙе түгел, ә һөнәр кешене һайлай”, тип яҙған Сократ. Минең осраҡта ла шулай булды. Филология факультетын тамамлап, бер аҙ мәктәптә балалар уҡытҡас, яҙмыш балалар иленә илтте. Был һөнәрҙең ни ҡәҙәр ҡыҙыҡлы, яуаплы хеҙмәт икәнен асырға тырыштым һәм астым, сөнки бер әкиәти донъяға оҡшаған бала саҡ, кес­кәйҙәр иленә эләктем. Яҡты, йылы, йыһазландырылған төркөмдә, иртәнән кискә тиклем шау-гөр килеп торған бәләкәстәрҙең йөҙҙәрсә һорауына яуап табыу, аңлатыу, төрлө күнекмәләр, ҡыҙыҡлы уйындар, дәрестәр, әкиәт, йыр-моң иленә сумыуҙар күҙ асып йомған арала үтеп тә китә. Унан тыш, ата-әсәләр менән әңгәмәләшеү, кәңәш биреү үҙе бер ҡыҙыҡлы эш булып тора. Был ваҡытта төрлө пробле­маларҙы, тауҙай өйөлгән эштәрҙе бергә атҡарып сыҡҡан коллегам, кәңәшсем, пар ҡанатым бар – Рәсимә Рәмил ҡыҙы Солтан­моратоваға рәхмәттәр яуһын!

Тәрбиәсе һөнәре ысын мәғә­нәһендә балаларға һөйөү, ихтирам талап итә. Ошондай сифаттарға эйә булған хеҙмәткәрҙәр эшләй беҙҙең кескәйҙәр донъяһында. Был “әкиәт иле” Стәрлетамаҡ ҡалаһы­ның 55-се балалар баҡсаһында урынлашҡан. Бында үҙ һөнәрен яратҡандар хеҙмәт итә, сөнки үҙ өҫтөңдә даими эшләүҙе, конкурс­тарҙа, курстарҙа, семинарҙарҙа, төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡат­нашыуҙы, хәҙерге технологияларҙы өйрәнеүҙе, ғөмүмән, заман менән бергә атлауҙы талап итә торған хеҙмәт икәнен аңлай улар.

Бәләкәстәрҙең үҙ тәрбиәсеһе булған кеүек, беҙҙең дә өйрәтеүсе­беҙ бар. Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һу­ҙырға әҙер торған, бар һорау­ҙарға яуап биргән кешебеҙ, баҡ­сабыҙ мөдире – Лилиә Нәркис ҡыҙы Күзбәкова. Уға барыһы өсөн дә рәхмәт. Ә инде тәрбиәүи, белем би­реү яғынан һәр ваҡыт үҙ оҫта­лығы менән уртаҡлашҡан, төрлө үрҙәргә әйҙәгән өлкән тәрбиәсебеҙ – Роза Зәфнүн ҡыҙы Батыргәрәева. Уларҙың ҡанаты аҫтында нығы­набыҙ, үҫәбеҙ.

Ғөмүмән, тәрбиәсе – һәр яҡтан да камил шәхес ул. Бер үк ваҡытта педагог, табип, артист, рәссам һәм, иң мөһиме, балаларҙы яратҡан, хөрмәт иткән кеше.

- Гөлнара МӨХӘМӘТШИНА
Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Читайте нас: