Республика Башлығы сайтында хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 17 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында булды. Бында Шишмә, Туймазы һәм Краснокама райондарынан килгән туғыҙынсы класс уҡыусыларының 2022 йылда һуңғы биш көнлөк уҡыу әҙерлеге тамамлана, бөтәһе 167 курсант.
Радий Хәбиров медицина, тактик һәм хәрби әҙерлек дәрестәрендә булды, шулай уҡ уҡыусыларҙың парашют вышкаһынан һикереүен ҡараны. Аралашыу ваҡытында республика Башлығы курсанттарҙан «Патриот» паркы биләмәһендә урынлашҡан «Авангард» уҡытыу-методика үҙәгендә туҡланыу һәм йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Балалар биш тапҡыр туҡланыу, казармаға урынлаштырыу шарттары яҡшы булыуы хаҡында һөйләне. «Авангард» үҙәге етәксеһе Никита Рекрут хәбәр итеүенсә, 1 июндән үҙәктә бөтәһе 2 100-ҙән ашыу уҡыусы белем алған.
Радий Хәбиров балаларға уҡыуҙарында уңыштар теләне һәм, хатта яҙмышты хәрби хеҙмәт менән бәйләмәһәләр ҙә, әҙерлек ваҡытында алған күнекмәләре уларға тормошта кәрәк булыр, тип билдәләне.
- Һеҙ - буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар һәм хәрби оҫталығығыҙ, ҡорал менән эш итә белеүегеҙ, тәүге медицина ярҙамы күрһәтә белеүегеҙ артыҡ түгел, - тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ «Патриот» паркын артабан үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. «Альбит» подряд ойошмаһы етәксеһе Сергей Минеев 2022 йылдың аҙағына тиклем «Авангард» уҡытыу-методика үҙәге хеҙмәткәрҙәре өсөн 30 кешегә иҫәпләнгән ятаҡты төҙөп бөтөүҙәре хаҡында һөйләне.
- Беҙ спорт комплексы өсөн майҙансыҡ әҙерләнек, селтәрҙәр һәм коммуникациялар һалдыҡ, ГТО нормаларын тапшырыу өсөн ҡаршылыҡтар һыҙаты майҙансығын булдырҙыҡ, - тип хәбәр итте Сергей Минеев. - 450 урынлыҡ буласаҡ ашханаға нигеҙ әҙерләйбеҙ. Сменалары тамамланғас, балалар хушлашыу усағына йыйыла алырлыҡ ҙур булмаған амфитеатр төҙөү тәҡдиме бар.
«Патриот» паркының генераль директоры Александр Старшинин әйтеүенсә, сменаларҙа курсанттар һанын арттырыу өсөн яңы казармалар төҙөү, атыу тирҙары һәм атыу урындары төҙөү планлаштырыла. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 2023 йылда Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы федераль программаны ғәмәлгә индерә башлауын билдәләне. Уның буйынса уҡыу аудиториялары һәм кубриктары булған 100 кешегә тиклем һыйҙырышлы корпустар төҙөү өсөн федераль берлектә финанслау алырға мөмкин. Башҡортостан Башлығы ошо мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.
- Киләһе йылда беҙ бөтә көстө физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм ашхана төҙөүгә йүнәлтергә тейешбеҙ. Яңы йыл байрамдарынан һуң был мәсьәләләрҙе эш кәңәшмәһендә тикшерәсәкбеҙ. Шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттары менән шөғөлләнеү өсөн айырым ангар һәм майҙансыҡ төҙөргә кәрәк буласаҡ, - тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе ныҡлы матди базаны һәм уҡыу күнекмәләре ваҡытында уҡыусылар менән эштең яҡшы ойошторолоуын билдәләне.
- «Патриот» паркында бер нисә мең бала булып өлгөрҙө лә инде. Улар өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Күрәһең, уларға бында оҡшай, рәхәтләнеп шөғөлләнәләр. Бында йәшәү өсөн казарма төҙөкләндерелде, яҡшы спорт блогы ойошторолдо, конгресс үҙәге менән ашхана өсөн нигеҙ һалынды, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - «Патриот» паркының киләсәге ҙур. Уның үҫешендә туҡталып ҡалмау мөһим. Объекттың дүрт-биш сираты буласаҡ, тип планлаштырыла. Бында биләмә ҙур, беҙ илһөйәрлек тәрбиәһе һәм спорт менән бәйле яңы урындар булдырырбыҙ.
Фото: Республика Башлығы сайтынан.