Башҡортостан халҡынан “Һанлы һөнәрҙәр” проекты буйынса уҡыуға ғаризалар һаны 2022 йылда 5706-ға етте. Был турала "Университет 2035" проекты операторы хәбәр итә. 50, 70 процент ташламалы хаҡ менән йәки бушлай өҫтәмә IT-белем 16 йәштән өлкәндәргә биреләсәк.
- “Һанлы һөнәрҙәр” проектына ғаризалар ҡабул итеү Дәүләт хеҙмәттәре порталында быйыл быйыл 5 декабрҙә тамамланды. Тапшырылған 5706 ғаризаның өс меңдән ашыуына “хеҙмәт хупланған” тигән статус бирелде. Был иһә граждандың ғаризаһы ведомство-ара мәғлүмәттәр базаһында тикшереү үтеүен һәм ташламалы категорияға тура килеүен аңлата. Ташламалы шарттарҙа һайлаған курсҡа уның инеүе мөмкин, - тип һөйләне Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, артабанғы аҙым һанлы һөнәр алырға теләгән гражданға бәйле: ул белем биреү ойошмаһы менән килешеү төҙөп, һайлаған курсына уҡырға инә ала. Шулай уҡ уҡыуҙан баш тартырға йәки башҡа курс һайларға мөмкин – был осраҡта ла ташламаны ҡуллана аласаҡ.
Төбәктә йәшәүселәр араһында ихтыяж менән файҙаланылған курстар Python-уйлап табыусы, тестлау буйынса инженер, интернет-маркетолог, интерфейс дизайнеры, Яндекс мәғлүмәттәре аналитигы, тестлау нигеҙҙәре, проекттар менеджеры һәм башҡалар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Һанлы һөнәрҙәр” проекты – Рәсәй Федерацияһы граждандарын хеҙмәт баҙарындағы яңы һәм ихтыяж менән ҡулланылған һанлы компетенцияларға уҡытыу. Шуны ла билдәләү мөһим, “Милли технологиялар башланғыстары университеты 2035” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма – Рәсәйҙә һанлы иҡтисадта кешенең һөнәри үҫешен тәьмин иткән беренсе университет.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.