Наҙлыгөл Саяпова Өфө киң профилле колледжының башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләү бүлегендә уҡый. Дыуан районының Ҡәҙер ауылында тыуып үҫкән.
- Мин – рухлы башҡорт ҡыҙымын. Бәләкәйҙән халҡыбыҙҙың йыр-моңона, бейеүенә, туған башҡорт теленә ғашиҡмын. Ата-әсәйемә, уҡытыусыларыма бының өсөн рәхмәтлемен. Бәләкәй саҡтан китап уҡырға, бейергә, йырларға яраттым, - тип үҙе менән яҡындан таныштырҙы Наҙлыгөл.
Наҙлыгөлдөң Илһөйәр исемле апаһы бар. Ошондай матур мәғәнәле исемдәрҙе ҡыҙҙарына атаһы һайлаған. Ҡыҙҙар икеһе лә, әсәһе кеүек, бешеренергә лә әүәҫ. Наҙлыгөл бәләкәйҙән шуҡ, тиктормаҫ, көләкәс бала булып үҫә. 1-се класта уҡыған сағында уҡ киләсәктә уҡытыусы булырға хыяллана. Уй-ниәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн мәктәптә тырышып уҡый, башҡорт теле буйынса район олимпиадаһында еңеү яулап, республика кимәлендәге ярышта ҡатнашыуға ла өлгәшә.
Алдына һөнәр һайлау бурысы килеп баҫҡас, Наҙлыгөл, һис икеләнмәйенсә, Өфө киң профилле колледжының башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләү бүлегенә уҡырға инә. Бында ла төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. 2021 йылда Бөтә Рәсәй “Йыл студенты” премияһының финалисы булып таныла. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, сараларҙа, яҙыусылар менән ойошторолған осрашыуҙарҙа йыш ҡатнаша. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған "Әсә теле-2022" республика конкурсында абсолют еңеүсе булып таныла. Бының өсөн уҡытыусыһы Рида Марс Ҡыҙы Латиповаға айырым рәхмәтле. Ошо конкурс һөҙөмтәһе буйынса еңеүсе дипломы һәм Башҡортостан мәғариф һәм фән министры А.В. Хажиндың Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Ә былтыр тырыш ҡыҙ уҡыуҙа һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә Президент стипендияһына лайыҡ була.
“Маҡсатым – яҡшы уҡытыусы булыу, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылыу”, - ти Наҙлыгөл. Беҙ уға тик уңыштар, хыял-маҡсаттарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!
Фотолар Н. Саяпованың шәхси архивынан.