Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
8 Февраль 2023, 09:30

Кем ул "Манһыр улы"?

Баймаҡ районының Муллуҡай ауылында "Манһыр улы" китабының исем туйы үтте.

Кем ул "Манһыр улы"?
Кем ул "Манһыр улы"?

Баймаҡ районының Муллаҡай мәктәбендә Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшиндың «Манһыр улы» тип аталған китабының геройҙары — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Разия Кирам ҡыҙы һәм Әхмәҙулла Хәйривара улы Хәсәновтарҙың хәтер кисәһе, китаптың исем туйы үтте.

Уҡытыусы һәм остаз йылында ойошторолған сарала районда өс мәктәп төҙөткән директор, етәксе, күп уҡыусыларына остаз булып торған, коллегалары араһында ла, район етәкселеге алдында ла ҙур абруй ҡаҙанған ғәҙел һәм талапсан, бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгән Әхмәҙулла Хәйривара улының тормошон байҡаныҡ. Шулай уҡ уның ҡатынын, бар ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған, көслө математик, алдынғы ҡарашлы уҡытыусы, бик кешелекле, ипле Разия Кирам ҡыҙын да хөрмәтләп телгә алдыҡ.

Йылы хәтирәләргә ҡоролған кисәгә  уларҙың балалары, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, туғандары килде. Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Фитрат улы Иҫәнбаевтың килеүе сараға мәртәбә өҫтәне.

Заманында Ә.Х. Хәсәнов төҙөткән Кәрешкә, Беренсе Этҡол, Муллаҡай һәм Ҡолсора мәктәптәре мәғариф ветерандарының сығыштары уҡытыусы эшенең бөйөклөгөн күрһәтте, уларҙың оло хөрмәткә лайыҡ икәнен раҫланы. Хәсәновтарҙың юлын дауам иткән, атай-әсәйгә оло ихтирам һаҡлап, изге кәңәштәрен тотҡан, юғары урындар биләп, абруйлы хеҙмәт юлынан барған ҡыҙҙары Рәзилә һәм Нурзилә, улдары Ғайса һәм Ғаяз Хәсәновтар Муллаҡай мәктәбе коллективын ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Был сарала шулай уҡ тыуған яҡ шәхестәренә арналған һигеҙ китап авторы Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшин да ҡатнашты.

Бөгөнгө ауыр һынылыш осоронда уҡытыусы статусын күтәреү, хеҙмәтте хөрмәт итеү, үҫеп килгән быуын алдында матур өлгө күрһәтеү йәһәтенән бындай сараларҙың әһәмиәте ҙур.

Әйткәндәй, Салауат Мөхәмәтшин - "Башҡортостан" гәзитенең яҡын дуҫы, оҙаҡ йылдар ауыл хәбәрсеһе булараҡ уның мәҡәләләре гәзитебеҙҙең битен биҙәне. Салауат Хәбибрахман улын сираттағы китабы сығыуы менән ҡотлайбыҙ һәм уға һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!

Фото һәм сығанаҡ: Фәриҙә Ҡаһарманова.

Кем ул "Манһыр улы"?
Кем ул "Манһыр улы"?
Кем ул "Манһыр улы"?
Кем ул "Манһыр улы"?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: