Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
10 Февраль 2023, 23:55

Туған телгә һөйөү бала саҡтан һалына

Республикабыҙҙа туған телде һаҡлауға, өйрәнеүгә һәм үҫтереүгә етди иғтибар бүленә. Һәр кемгә туған телдә белем алыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған.

Әйткәндәй, белем телмәр үҫе­шенә лә ҙур йоғонто яһай. Был – системаға һалынған һәм планлы рәүештә алып барылған маҡсатлы эш. Тап ошо хаҡта билдәле педагогтар К.Д. Ушинский, Е.И. Тихеева, А.П. Усова, Е.А. Флерина һәм башҡалар ҙа яҙып ҡалдырған. Мә­ҫәлән, Елизавета Тихеева, системалы уҡытыу һәм телмәрҙең, телдең үҫеше балалар баҡса­һын­да тәрбиә системаһының нигеҙе булырға тейеш, тип белдергән.

Бала саҡтан телдең халыҡтың төп байлығы икәнлеген белеп үҫеү, туған телгә һөйөү тәрбиәләү, һаҡсыл ҡарарға өйрәтеү зарур. Балалар баҡсаһының маҡсаты ла бәләкәстәрҙә туған телгә һөйөү уятыу, киләһе быуын вәкилдәре өсөн туған телде һаҡлап алып ҡа­лыу өсөн пропаганда алып барыу. Үҫеп килгән быуын вәкилдәрен тәрбиәләүҙең төп маҡсаттарының береһе – Тыуған илгә һәм туған халҡыңа хөрмәт уятыу. Ф.Г. Аҙна­баева, М.И. Аҙнабаева һәм З.А. Әғзәмова әҙерләгән “Балалыҡ ака­демияһы”н файҙаланыу бәләкәй ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы халыҡ мәҙәниәтенә әйҙәүгә булышлыҡ итә. Быуаттар буйы килгән, әммә онотолған матур йолалар, өлкән йәштәгеләрҙең ыңғай тәжрибәһе, халыҡ сәнғәте бәләкәстәрҙе тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

Балалар ойошмаһының тәрбиә программаһында милли төбәк компоненты төп урын биләй. Мәктәп­кәсә йәштәге балалар милли мөхиттә тәрбиәләнә, әкиәттәр, шиғырҙар, йомаҡтар менән таныша, халыҡ йырҙарын тыңлай, уйнай, милли бейеүҙәрҙе өйрәнә.

Өфө районының Шамонин ауылындағы “Ысыҡҡай” балалар баҡсаһында белем биреүҙә лә ошо төбәк программаһы файҙа­ла­ныла. Ҡуйылған маҡсаттарға өл­гәшеү маҡсатында һәр өс  баш­ҡорт һәм полилингваль төркөмдәр өсөн “Милли-төбәк компоненты булған тематик план” эшләнгән.

Мәктәпкәсә белем биреү ойош­маһында башҡорт теленә өйрә­теүҙең төп йүнәлеше – балаларҙа башҡорт телмәрен үҙләштереү өсөн ябай ғына ысулдар фай­ҙа­ла­ныла. Үҙ тәжрибәмдә уйынды төп алым итеп файҙаланам, тап шуға дәрестәрем һөйләшеү күнек­мәләренә ҡорола. Был осраҡта ба­лалар башҡортса аралаша, шиғырҙар уҡый, аудио-яҙмаларҙан әкиәттәрҙе тыңлай. Башҡорт ха­лыҡ ижадын, балалар өсөн милли әҙәбиәтте лә үҙ эшемдә файҙаланам.

Бөгөнгө заман балалары менән эшләгән тәрбиәсе булараҡ, дәрес­тәрҙә мультимедиа ҡорамалдарын ҡулланам. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ме­нән төрлө әкиәттәр ҡарайбыҙ, тыңлайбыҙ. Бынан тыш, төрлө дидактик уйындар, художестволы әҙә­би әҫәрҙәре, милли уйын атрибуттары, ҡурсаҡтар файҙа­ла­нам. Туған телде өйрәнгәндә тел­мәремдә  яңы һүҙҙәр, һүҙ формаларын, һөйләмдәр ҡулланырға һәм уларҙың балалар телмәрендә файҙаланыуын тәьмин итергә тырышам.  

Милли мәҙәниәттең төп компоненты – ул туған тел. Тап уның арҡаһында милләт йәшәй, ҡомартҡыларыбыҙ һаҡлана.

- Гөлсинә САФИНА
Өфө районы

Читайте нас: