Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
14 Февраль 2023, 10:00

Балалар блиндаж шәме эшләй

"Беҙҙең иңгә яуаплылыҡ һалынды, уны бар күңелебеҙҙе һалып үтәйбеҙ", - ти улар.

Балалар блиндаж шәме эшләй
Балалар блиндаж шәме эшләй

“Һалдаттарға ярҙам” акцияһына Дүртөйлө ҡалаһының 1-се һәм 4-се мәктәптәренең кадет кластары ла ҡушылды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ватан һаҡсыһы” проекты сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар өсөн уҡыусылар ҙа блиндаж шәме әҙерләй һәм фронттың алғы һыҙығына ебәрә.

Дүртөйлө ҡалаһының 1-се мәктәбе директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары белдереүенсә, балалар акцияла бик ихлас ҡатнаша.

– Беҙгә яугирҙәргә ярҙам йыйыуҙа булышлыҡ итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттеләр. Беҙҙә Рәсәй гвардияһы кадеттары булғас, акцияла ҡатнашырға булдыҡ, ата-әсәләр ҙә хупланы. Тәүҙә блиндаж шәмен эшләү технологияһын өйрәндек.

Технология дәресендә 5а, 6а, 7а кластары уҡыусылары блиндаж шәмдәре әҙерләй. Эште бүлешеп алдылар һәм һәр кем үҙенең аныҡ бурысын үтәй. Шәмдәр әҙер булғас, уны яугирҙәргә оҙатабыҙ. Ватан һаҡсыларына шәм йылыһын ғына түгел, ә йөрәктәрҙең йылыһын да оҙатабыҙ, – ти Рима Мөҙәрисова.

Шәм эшләүе ауыр түгел. Ҡатырғаны үлсәп ҡырҡалар, төрәләр һәм ҡалай банкыға һалалар. Артабан банкыларҙы оҫтаханаға тапшыралар. Унда парафинды иретеп, һауыттарға ҡоялар.

Был шәмдәр яугирҙәрҙе йылытып ҡына ҡалмай, ә аш йылытыуға ла ярҙам итә. Бер шәм һигеҙ сәғәт яна. Уны һүндереп, ҡабаттан тоҡандырырға мөмкин.

Фото: скриншот.

Балалар блиндаж шәме эшләй
Балалар блиндаж шәме эшләй
Балалар блиндаж шәме эшләй
Балалар блиндаж шәме эшләй
Балалар блиндаж шәме эшләй
Балалар блиндаж шәме эшләй
Балалар блиндаж шәме эшләй
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: