Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты (МГИМО) студенттары менән осрашыуын телгә алды.
“Бөгөн илдең иң абруйлы вуздарының береһе – МГИМО студенттарына лекция уҡыным.
Һәр етәксегә кеүек үк, минең өсөн дә был ғәйәт ҙур мәртәбә һәм яуаплылыҡ булды. Замана студенттарына нимә тураһында һөйләрмен, тип уйландым, ентекле әҙерләндем. Хәҙерге йәштәр барыһын да белә, эшләй. Шуға күрә Башҡортостан, төбәгебеҙ иҡтисады, уның тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеге тураһында һөйләшергә ҡарар иттем.
Бер нисә факт – ике йыл рәттән беҙ илдә сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге буйынса беренсе урынды биләйбеҙ. Ике йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса илдә беренсе урынды биләйбеҙ.
Башҡортостан – илдең тулайым эске продуктының яртыһынан күберәген тәьмин иткән алдынғы төбәктәр тиҫтәһендә. Республика Инвестиция шарттарының милли рейтингында тәүге бишәү иҫәбенә инә.
Беҙ тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте әүҙем үҫтерәбеҙ. Халыҡ-ара сауҙа күләмен арттырабыҙ, партнерҙар менән мөнәсәбәттәрҙе нығытабыҙ. Был – иҡтисадыбыҙ этәргестәренең береһе.
Лекция ваҡытында көтмәгәндә ҡайһы бер башҡа мәсьәләләргә төшөп киттек. Халыҡ-ара юғары хоҡуҡ, федераль дәүләт, вәкәләттәрҙе аныҡ бүлеү, килешеүҙәр төҙөү...
Буласаҡ дипломаттарҙың, халыҡ-ара иҡтисадсыларҙың, журналистарҙың Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныуына, ҡыҙыҡлы һорауҙар биреүенә бик шатмын”, – тип яҙған Радий Хәбиров.
Фото: vk.com/wall413272232_981755
Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_981755