Бөтә яңылыҡтар

Шайморатовсылар көс һынашты

Бөгөн Стәрлебаш районында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физик мәҙәни-спорт комплексының ҡышҡы фестивале зона этабы үтте. Ярыштар республика көньяғының Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластары араһында ойошторолдо. Атап әйткәндә, сарала Ишембай, Стәрлетамаҡ, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Федоровка һәм Мәләүез райондары уҡыусылары ярышты.

Шайморатовсылар көс һынашты
Шайморатовсылар көс һынашты

- Бәхеткә күрә, бөгөн спорт һәм физик культура илебеҙҙең йәш быуыны өсөн мотлаҡ күренешкә әүерелә бара. Билдәле, спорт аша кеше шәхес булараҡ үҫешә, илен яратырға, сәләмәт тормош алып барырға өйрәнә. Бөгөнгө ҙур сара һеҙҙең өсөн мөһим ваҡиғаға әүерелер, тип ышанам! – тине шайморатовсыларҙы тәбрикләп, Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов.     

Артабан спортсылар райондың “Стәрле” спорт-һауыҡтырыу үҙәгендә ГТО нормаларын тапшырҙы. Шул иҫәптән егет-ҡыҙҙар турникта күтәрелде, оҙонлоҡҡа һикерҙе, йөҙөп күрһәтте, хатта электрон ҡоралдан атып та ҡараны һәм башҡа физик норма күнекмәләрен башҡарҙы. Ә инде фестивалдең икенсе өлөшөндә улар саңғыла 2 километр аралыҡта һынау тотто.

Шайморатовсылар һәр ярышта ла үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте. Әммә һәр ярыштың еңеүсеһе булыу зарур. Шулай итеп, беренсе урынды Стәрлебаш командаһы алһа, икенсе урынға – күгәрсендәр, ә өсөнсө урынға Мәләүез районы сыҡты. Еңеүселәрҙе “Башҡортостан” хәрби-спорт фонды рәйесе Виктор Макин тәбрикләне.

Нисек кенә булмаһын, был сара һәр ҡатнашыусы күңелендә матур ваҡиға булып уйылғандыр. Стәрлетамаҡ районы Отрадовка ауылы мәктәбе Шайморатов класы кураторы, запастағы подполковник Фәрит Миһранов, мәҫәлән, уҡыусыларҙың тик ыңғай тәьҫораттар алып ҡайтыуы, бындай саралар йәштәрҙе берләштереүе, патриотик тәрбиә биреүе хаҡында әйтеп үтте.

Еңеүселәрҙе ҡотлап, ойоштороусыларға афарин тиергә генә ҡала.

Шайморатовсылар көс һынашты
Шайморатовсылар көс һынашты
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас в