"Ни сыҡмаһын, баймаҡтарҙан сыға!" тигән лаҡапҡа йәнә бер сара дәлил булды. Кисә Баймаҡ район мәғариф идаралығы башланғысы менән Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған бик матур проект тормошҡа ашырылды.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова белем алған Түбә төп белем биреү мәктәбенән алып уның тыуған ауылы Күсейгә Ирәндек тауҙары аша йәйәүләп Баймаҡ районының иң шәп башҡорт теле һәм уҡытыусылары үтте.
"Белем һуҡмаҡтары буйлап" тип аталған проекттың төп маҡсаты: яҙыусының белем алған юлдары аша үтеү, Түбә мәктәбендәге Таңсулпан Ғарипова исемендәге музей-кабинет менән танышыу, Күсей мәктәбендә яҙыусының тормошо һәм ижадына арналған конференцияла ҡатнашыу, мәктәптең музейы менән танышыу, яҙыусының йөрөгән юлдары аша белем эстәү һуҡмаҡтарының оло тормошҡа юлға сығарыуын, шәхес тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен йәш быуынға еткереү.
Сарала яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипова, Баймаҡ район мәғариф идаралығы начальнигы Фәнил Ирмәков, Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернаты директоры Илнур Сәлихов, яҙыусының дуҫтары, Түбә һәм Күсей мәктәбе коллективы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡыусылар ҡатнашты.
"Белем һуҡмаҡтары буйлап" үткән юлдарҙағы мажаралар, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыуҙар хаҡында гәзитебеҙҙең алдағы һандарында тулыраҡ таныштырырбыҙ.
Автор фотолары.