

Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында "Китап байрамы" халыҡ-ара китап йәрминкәһе үҙ эшен дауам итә. Икенсе көндөң программаһы ла бик бай һәм ҡыҙыҡлы.
Колонналар залында байрамдың эшлекле өлөшөнә ярашлы, "Дөйөм Рәсәй нәшриәт процесына берләшеү проблемалары. Иң яҡшы проекттарҙы киңерәк танытыу. Китап сауҙаһы һәм йәрминкәһе. Китапханаларҙың роле" тип аталған "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо. Ҡатнашыусылар Рәсәйҙә нәшриәт эшмәкәрлегенең проблемалары, уларҙы хәл итеү юлдары, китап һатыу эшен ойоштороу, нәшриәттәр менән китапханалар араһында тура бәйләнеште нығытыу һәм киңәйтеү хаҡында фекер алышты. Һөйләшеүҙе Рәсәй китап нәшриәтселәре ассоциацияһы президенты Константин Чеченев алып барҙы.
- Бөгөн китапты сауҙа нөктәләре аша һатыу күләме кәмегәндән-кәмей бара. Һуңғы бер нисә йыл эсендә китаптың хаҡы 80 процентҡа тиклем артты. Ябай Рәсәй ғаиләһе, уҡырға ныҡ теләгән хәлдә лә, күп итеп китап һатып ала алмай. Шуға күрә ошондай шарттарҙа халыҡты китап уҡыуҙан айырмауҙың иң яҡшы алымдарының береһе - китапханалар. Бәхеткә күрә, был селтәр беҙҙә һәйбәт үҫешкән, ил буйынса алғанда, 42 мең китапхана бар. Дәүләт тарафынан да уға ҙур иғтибар бүленә: модулле китапхана проекты уңышлы ғәмәлгә ашырыла, йыһазландырыуға ярайһы уҡ яҡшы сумма бүленә, һәр төрлө субсидиялар, гранттар булдырылған. Федераль ярҙамдан тыш, төбәк властары ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Шуға күрә бөгөн нәшриәт менән китапхана бер-береһенә яҡынайырға тейеш, - тип билдәләне Константин Васильевич.
Артабан төрлө төбәктәрҙән - Татарстан, Удмурт, Дағстан, Чечня, Мордва республикаларынан килгән нәшриәтселәр сығыш яһаны. Саха (Яҡут), Коми республикалары вәкилдәре һөйләшеүгә онлайн алымда ҡушылды. Ҡунаҡтар яңылыҡтары, һөҙөмтәле эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, нәшриәтселәр алдында көнүҙәк бурыстарға туҡталды, уларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итте. Мәҫәлән, Татарстан китап нәшриәтенең генераль директоры Илдар Камил улы Сәғҙәтшин әҙәби кафе, әҙәби ресторан проектының уңышлы тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне. Шулай уҡ нәшриәттәргә төрлө грант конкурстарында ҡатнашыу мөмкинлектәре, аудиокитаптар сығарыу, интернет-һатыуҙарҙы ойоштороу тураһында сығыштар ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды.
"Түңәрәк өҫтәл" барышында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Башҡортостан Яҙыусылар союзы Беларусь Республикаһының Яҙыусылар союзы менән хеҙмәттәшлек тураһында документ төҙөнө. Республиканың "Китап" нәшриәте "Беларусь", Ҡырғыҙ Республикаһының "Тәғлим", Ҡаҙағстандың "Алтын Саҡа" нәшриәттәре менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.