Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
19 Сентябрь , 09:00

Был ҡыҙ кем?

Белем көнө еткән һайын ошо открытка тарала. Ә фотола парта артында ултырған ҡыҙҙың кем икәнен белгегеҙ киләме?..

Был ҡыҙ кем?
Был ҡыҙ кем?

Был хәлгә Ғафури районынан Эльвера Ғафарова-Хәлилова асыҡлыҡ индергән. 

"Ошо открытка бына нисәнсе йыл Белем көнө менән ҡотлай. Коллаждағы ултырып төшкән бантиклы ҡыҙыҡай беҙҙең Ләйлә. 2011 йылдың 1 сентябрендә Һабай мәктәбенә беренсе класҡа барған көнөндә элекке ябай телефонға үҙем төшөргән фото. Беренсе уҡытыусыһы ла үҙем!  

Был мәктәпкә Ләйлә менән бергә килдек - ул уҡырға, мин уҡытырға. Бер нисә йылдан был фотоны "Йәншишмә" балалар гәзите үҙенең байрам һанына коллаж эшләргә һорап алды, артабан был коллаж интернет селтәренә күсте.

Бантиклы ҡыҙыҡайға быйыл 18 йәш тулып, колледждың һуңғы курсына күсте, мәктәп тә күптән ябылды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ә открытка һаман йыл һайын позитив эмоциялар бүләк итеп, байрам менән ҡотлауын дауам итә", - тип яҙған ул сәхифәһендә.

Бына хәҙер беҙ ҙә белдек был киң таралған фото-открыткалағы ҡыҙҙың кем икәнен. Һаулыҡ һәм уңыштар һиңә, Ләйлә!

Фото: https://vk.com/id165557094

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в