Белем һәм тәрбиә
5 Октябрь 2023, 17:35

Азат Биксурин уҡытыусыларын үҙенсәлекле итеп ҡотланы

Бөгөн – Уҡытыусылар көнө. Илебеҙҙең, республикабыҙҙың төрлө тарафтарында уҡытыусыларға ҡотлау һүҙҙәре әйтелә.

Азат Биксурин уҡытыусыларын үҙенсәлекле итеп ҡотланыАзат Биксурин уҡытыусыларын үҙенсәлекле итеп ҡотланы
Азат Биксурин уҡытыусыларын үҙенсәлекле итеп ҡотланы

Бөгөн – Уҡытыусылар көнө. Илебеҙҙең, республикабыҙҙың төрлө тарафтарында уҡытыусыларға ҡотлау һүҙҙәре әйтелә. Был ҡотлауҙарға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин да ҡушылды һәм социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уҡытыусыларҙы үҙенсәлекле итеп ҡотлап, видеояҙма ҡуйҙы. Унда ул ҡурайҙа “Уҡытыусыма” йырын (Мостай Кәрим һүҙҙәре, Айрат Ҡобағошов көйө) уйнай.

“Ҡәҙерле уҡытыусыларымды ҡайнар ҡотлайым! Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.

9 в класы уҡыусыһы, Учалы музыка училищеһы, Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты, сәнғәт академияһы аспиранты Азат Бикчурин (Бастон)”, - тип яҙған ул.

Эйе, мәктәп йылдары, уҡыу йорттарында белем алған осор һәр кешенең хәтерендә ҡабатланмаҫ яҡты иҫтәлектәр ҡалдырған. Ысынлап та Башҡортостандың халыҡ шиғиры Мостай Кәримдең "Уҡытыусыма" йырында белем шишмәһе башында торған барлыҡ мөғәллимдәргә рәхмәт әйтелә.

Мостай Кәрим:

УҠЫТЫУСЫМА
(Нәби Усмановҡа)

Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм —
Тәү башлап мәктәп ишеген
Үрелеп асҡан көнөм.

Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап
Ҡараның күҙҙәремә,
Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.

Һин һөйләнең бәхетемдең
Аҡлығы тураһында,
Тыуған илдәге халыҡтың
Шатлығы тураһында.

Һин етәкләп мендең мине
Тауҙарҙың бейегенә,
Алып киттең далаларға,
Диңгеҙҙәр киңлегенә...

Һин яратырға өйрәттең
Һәр бер биҙәген ерҙең,
Йондоҙло зәңгәр күктәрҙең
Серҙәрен асып бирҙең.

Яҡтыртты һәр бер көнөмдө
Ҡояш
Нурҙары менән,
Һин яҡтырттың күңелемде
Ленин уйҙары менән.

Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм
һәм тормошом китабының
Тәү битен асҡан көнөм.

1948

Фото: скриншот.

Видеояма сығанағы: vk.com/azat1975

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас