Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
2 Апрель , 14:30

Һүҙ әйтмәгеҙ оҫтаға

Унда студенттар төрлө йүнәлештә көс һынашты.

Һүҙ әйтмәгеҙ оҫтаға
Һүҙ әйтмәгеҙ оҫтаға

Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында "Профессионал" һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионаттың төбәк этабы тамамланды һәм еңеүселәр асыҡланды. Бәйге быйыл март айында 78 майҙансыҡта ойошторолдо. Шулай итеп, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ярышта иң-иңдәр (төп категорияла – 176 оҫта һәм 68 юниор) Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Унда 14 йәше тулған мәктәп уҡыусылары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары төрлө йүнәлештә көс һынашты.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова конкурсанттарға уңыштар теләне һәм былай тине:

– Ҡәҙерле балалар, тап һеҙҙең ярҙамығыҙ менән чемпионат тарихын яҙабыҙ. Әле лә хәтерҙә, уны ни бары 15 компетенция менән генә башлап ебәргәйнек. Бөгөн иһә уларҙың һаны 186-ға етте, ә бәйгелә ҡатнашыусылар бер меңдән ашты. Тимәк, киләсәк улар ҡулында тип әйтә алабыҙ.

Өфө радиоэлектроника колледжы, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледж, Мәләүез күп профилле һөнәри колледж, Туймазы юридик колледжы һәм башҡа белем усаҡтары студенттары фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты.

– Әлбиттә, туған телеңде бөтә нескәлегендә белеү кәрәк, бынан тыш, тағы ла бер нисә сит телде өйрәнеү отошло, – ти Ҡариҙел районы Ҡариҙел ауылындағы 1-се урта мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Гөлнара Абзалова. – Айырыуса хәҙер бының өсөн бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар ҙа, кәртәләр ҙә юҡ, бары тик теләгең генә булһын.

Гөлнара Абзалова ҡыҙы Аннаны чемпионатҡа әҙерләгән. Мәктәп уҡыусыһы ғына булыуына ҡарамаҫтан, ул инглиз телендә иркен аралашты.   

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов. 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: