Белем һәм тәрбиә
3 Октября , 04:55

Тыуған көнө лә Уҡытыусылар байрамына тап килгән

Тәрбиәселәрҙең һәм уҡытыусыларҙың һөнәри байрамдары айҡанлы ойошторолған конкурста ҡатнашыусы сираттағы бәйгесебеҙ – Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө Полилингваль күп профилле мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Нәйлә Биктимерова.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тыуған көнө лә Уҡытыусылар байрамына тап килгәнТыуған көнө лә Уҡытыусылар байрамына тап килгән
Тыуған көнө лә Уҡытыусылар байрамына тап килгән

Һөнәренә юлды яҙмыш үҙе күрһәткән

Тәрбиәселәрҙең һәм уҡытыусыларҙың һөнәри байрамдары айҡанлы ойошторолған конкурста ҡатнашыусы сираттағы бәйгесебеҙ – Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Нәйлә Биктимерова.

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында алгоритмдар мажараға әйләнеп, код юлдары ҙур еңеүгә аҙымға әйләнгән махсус урын бар. Был 3-сө Полилингваль күп профилле мәктәптең информатика кабинеты, ул 2025 йылда Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы информатика кабинеты тип танылған. Был ҡаҙаныштар артында уҡытыусы Нәйлә Азат ҡыҙы Биктимерованың тырыш хеҙмәте ята. Ул иң ҡатмарлы алгоритмды ла мауыҡтырғыс йомаҡ итеп күрһәтә белгән үҙ һөнәре оҫтаһы.

Әйтерһең дә, Нәйлә Азат ҡыҙына һөнәренә юлды яҙмыш үҙе күрһәткән: геройым 5 октябрҙә — Уҡытыусылар көнөндә тыуған. Тәүҙә уҡытыусы булырға уйламай, әммә ваҡыт үткән һайын был осраҡлылыҡ юғарынан төшкән билдә кеүек тойола башлай. Шунлыҡтан уҡытыусы һөнәрен һайларға була һәм документтарын Сибай педагогия колледжына тапшыра. Колледжды уңышлы тамамлағас, хеҙмәт юлын үҙе белем алған Маҡан мәктәбендә башлай. Ситтән тороп С. Ю. Витте исемендәге Мәскәү университетын тамамлай. Йәш, дәртле һәм үҙ эшен яратҡан уҡытыусыны район үҙәге Аҡъярҙағы 2-се мәктәпкә эшкә саҡыралар. Бында ул гуманитар һәм техник йүнәлешле “Үҫеш нөктәһе”нә етәкселек итә, уҡыусыларҙа серле информатика фәненә ҡыҙыҡһыныу уята. Үҙе лә даими рәүештә белемен камиллаштыра, көн һайын төрлө үҙгәрештәр кисергән һанлы технологияның бар серҙәрен белергә, уҡыусыларына өйрәтергә тырыша. Информатика буйынса яңыртылған федераль дәүләт белем биреүҙең стандарты (ФГОС) буйынса уҡытыу программаһын тамамлай.

Шулай уҡ район мәғариф бүлегендәге методик эш тәжрибәһе уның һөнәри үҫешендә ҙур роль уйнай: Нәйлә Азат ҡыҙы “Сферум” майҙансығын күҙәтә һәм район мәктәптәрендә яһалма зиһен компетенцияларын үҫтереүгә әүҙем булышлыҡ итә. Был тәжрибә уға белем биреү процесына киңерәк ҡарарға һәм формаль ғына түгел, ә динамик, заманса һәм балалар өсөн ысын мәғәнәһендә файҙалы булһын өсөн уҡытыуҙы структурлаштырырға мөмкинлек бирә. Нәйлә Азат ҡыҙының һөнәри юлы – мәғарифта яңы сиктәрҙе даими эҙләү һәм табыу, өлгәшелгәндәре менән уҡыусылары менән уртаҡлашыу, уларҙа үҙ фәненә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. Бер кемгә лә сер түгел, бөгөн балалар ҙа, олалар ҙа төрлө гаджеттарҙа интернетты байҡай, өйрәнә, әммә үҙенә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе таба алмай йәки белмәй. Шуға күрә мәктәптәрҙә информатика фәне тейешле кимәлдә өйрәнелә икән, тимәк, уҡыусы тормошта юғалып ҡалмай, үҙ урынын таба аласаҡ.

Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре тигәндәй, Нәйлә Биктимерова үҙен күп өлкәләрҙә һынап ҡараған: дөйөм белем биреү мәктәптәрендә эшләгән, өҫтәмә белем биреү менән шөғөлләнгән, Балалар ижады үҙәгендә методика буйынса һәм мәғариф бүлегендә IT-методика буйынса белгес булып эшләгән, Югра институтында ғилми-тикшеренеу бүлеген етәкләгән. Был этаптарҙың һәр береһе уға ауыл мәктәбендәге дәрес йәки ҙур тикшеренеу проекты өсөн белем биреүҙең процесына яңы ҡараш өҫтәгән, баланың үҫеш траекторияһын нисек формалаштырыуҙы тәрән аңларға мөмкинлек биргән. Тап ошо күп яҡлы тәжрибә уның уҡытыу эшенә ҡарашының нигеҙенә әйләнә.

Нәйлә Азат ҡыҙының уҡытыусы булараҡ төп принцибы – уҡыусыларын код яҙырға ғына түгел, ә программистар кеүек фекер йөрөтөргә: проблеманы күҙ алдына килтерергә, уны аҙымдарға бүлергә, логиканы асыҡларға, төрлө варианттарҙы ҡарарға һәм хаталар яһауҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтеү. Тап шуға күрә мәктәп етәкселеге ярҙамы менән 3-сө мәктәптә 5-се кластан башлап программалау мөмкинлеге барлыҡҡа килгән. Был фәнде бәләкәй кластарҙан башлау балаларға структуралы фекерләүгә, төрлө ҡоралдарҙы ҡулланып ҡарарға, информатиканың ҡоро формулалар тураһында түгел, ә ысынбарлыҡтағы мәсьәләләрҙе хәл итә белеүгә килтерә. Информатика класы өсөн боролошло мәл булып быйыл Нәйлә Азат ҡыҙының “Яндекс дәреслегенән”  “Наставник премияһын” яулауы һәм Рәсәйҙә иң яҡшы 10 топ-остаз (наставник) иҫәбенә инеүе була. Приз фонды кабинетты өр-яңынан йыһазландырыуға булышлыҡ итә. Бөгөн информатика кабинеты ысын IT-лабораторияны хәтерләтә, унда заманса эш стендтары, брендлы аксессуарҙар һәм идара итеүсе ровер бар.

Шулай ҙа Нәйлә Азат ҡыҙының иң ҙур ҡаҙаныштары - уҡыусыларының уңыштарында. 2021 йылда уҡ уның уҡыусыһы Денис Мәмбәтов КРИТ конкурсында “Йәш композитор” категорияһында беренсе урын яулай. 2025 йылда уның уҡыусылары “Ғәмәли программаһында йәш програмист” һәм “Сәнәғәт һәм йорт процестарын автоматлаштырыу” номинацияларында еңеп сыға. 11-се класс уҡыусыһы Кәрим Абдулнасиров мәктәптә информатиканы интенсив өйрәнә һәм өсөнсө йыл рәттән информатика буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһының төбәк этабында “Робот техникаһы” категорияһында призер була. Нәйлә Азат ҡыҙы етәкселегендәге “Алға” командаһы 2026 йылғы Рәсәй робот техникаһы олимпиадаһының төбәк этабына үтеүе лә — үҙе ҙур ҡаҙаныш. Бынан тыш, талапсан уҡытыусының уҡыусылары компьютер анимацияһы категорияларында үткән “24 bit ” Бөтә Рәсәй медиа-ижад һәм программалау конкурсында үҙ эштәрен тәҡдим итә (Элина Иштәкбаева), ә Нәйлә Азат ҡыҙы үҙе уҡыусыларҙы уңышлы әҙерләгәне өсөн сертификат ала. Уның етәкселегендә әҙерләнгән командалар шулай уҡ “Сферум уттары” (Огонки Сферума) марафонында ла юғары урындарҙы яулай; ҡатнашыусылар һанлы ҡоралдар менән эшләү һәм проекттарҙы тамамлауға тиклем күрә белеүҙе уңышлы күрһәтә һәм баһалама ағзаларын таң ҡалдыра.

Тырыш хеҙмәте өсөн Нәйлә Азат ҡыҙы Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы, район мәғариф бүлеге һәм Хәйбулла районы хакимиәтенән Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән һәм 2018 йылғы республика кимәлендәге “Иң яҡшы һанлы белем биреү ресурсы” конкурсында “Иң яҡшы виртуаль лаборатория” категорияһында икенсе урын яулаған. Әммә уҡытыусы өсөн иң ҙур бүләк – ҡасандыр кодтың бер генә юлын яҙырға ҡурҡҡан уҡыусының үҙ проектын ышаныслы яҡлауы һәм ғорурлыҡ менән: “Мин быны үҙем эшләнем”, — тигән мәле.

Буласаҡ һөнәрен һайлауҙа юлды яҙмыш үҙе күрһәткән геройымдың ысын булмышы һәм яратҡан эшенең төп асылы – үҙ фәненә уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уята алыуы һәм һәр балаға иғтибарлы ҡараш ысын мәғәнәһендә белем биреүҙең мөхитен булдырыуын күрһәтеүенә ҡайтып ҡала. Һәләтһеҙ бала юҡ, әммә уҡытыусы уны күреп, үҫтерә ала икән, тимәк, ул үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы. Был һүҙҙәр Нәйлә Азат ҡыҙына тулыһынса тап килә. Ә уның информатика класы – дәрестәр өсөн генә урын түгел, ә мөмкинлектәр киңлеге, унда тәүге IT-проекттар, тәүге еңеүҙәр, ҙур киләсәк тураһында тәүге хыялдар тыуа торған мөғжизәле бер утрау.

Төркөмдәштәрҙе уның өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ.

Фотолар Нәйлә Биктимерованың шәхси альбомынан.

 

Тыуған көнө лә Уҡытыусылар байрамына тап килгән
Тыуған көнө лә Уҡытыусылар байрамына тап килгән
Тыуған көнө лә Уҡытыусылар байрамына тап килгән
Тыуған көнө лә Уҡытыусылар байрамына тап килгән
Тыуған көнө лә Уҡытыусылар байрамына тап килгән
Автор:Карима Усманова