Бөтә яңылыҡтар

Ил хәстәрләй илһөйәрҙәрен

Яугирҙәргә ярҙам тураһында беҙ даими яҙабыҙ, ә ғаиләләре тураһында ниндәй хәстәрлек күрелә?

Ил хәстәрләй илһөйәрҙәрен
Ил хәстәрләй илһөйәрҙәрен

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 30-ҙан ашыу ярҙам төрө ҡаралған. Яугирҙәргә ярҙам тураһында беҙ даими яҙабыҙ, ә ғаиләләре тураһында ниндәй хәстәрлек күрелә?

Башҡортостан Республикаһында килешеү нигеҙендә хәрби хеҙмәткә алыу буйынса берҙәм пункт төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары менән берлектә ошо  йүнәлештәге ярҙам төрҙәренең тулы исемлеген әҙерләне:

1) түләүһеҙ йылы аш. Ул яугир ғаиләләрендәге 5-11 класс уҡыусыларына, колледжда көндөҙгө бүлектә уҡығаңдарға бирелә;

2) “Һөт кухняһы”нан түләүһеҙ ризыҡ. Ауырлы ҡатындарға, бала имеҙгән әсәләргә, өс йәшкә тиклемге сабыйҙарға бирелә;

3) ҡалала һәм ҡала яны автобустарында айына 60 тапҡырға тиклем түләүһеҙ йөрөү. Был мөмкинлектән мәктәп уҡыусылары һәм 23 йәшкә саҡлы юғары уҡыу йорттары студенттары файҙалана ала;

4) балалар баҡсаһына урынды сираттан тыш биреү. Йәш ярымдан олораҡ булған сабыйҙарға;

5) балалар баҡсаһы өсөн түләүҙән азат итеү. Йәш ярымлыҡ һәм унан ҙурыраҡ сабыйы булған әсәләргә;

6) мәктәптәге оҙайтылған көн өсөн түләүҙән азат итеү;

7) түләүһеҙ түңәрәктәр һәм секциялар;

8) уңайлыраҡ мәктәпкә күсеү мөмкинлеге;

9) колледжда түләүһеҙ уҡыу. Абитуриенттар һәм колледжда әле уҡып йөрөгәндәр өсөн;

10) белем сертификаттары. Ул МХО-ла ҡатнашыусыға, уның ҡатынына (иренә), бәлиғ булған балаларына бирелә;

11) ятаҡта урын биреү. Был ярҙам төрө – юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн;

12) балаларға ял лагерҙарына йүнәлтмә биреү;

13) Башҡортостан шифахаларына түләүһеҙ йүнәлтмә менән тәьмин итеү. Уны МХО-ла ҡатнашыусыға йә уның ғаилә ағзаларына тапшыралар;

14) йортҡа килеп түләүһеҙ социаль ярҙам күрһәтеү йәки йорт-интернаттарға сираттан тыш урынлаштырыу. Ул МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһендәге пенсия йәшенә еткән йәки инвалидлығы булған ағзаларына, шулай уҡ бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүсе әсәләргә ҡағыла;

15) көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү. Был мөмкинлектән МХО-ла ҡатнашыусыларҙың бөтәһенең дә ғаиләләре файҙалана ала;

16) яғыр өсөн утынды 10 процент хаҡына ғына биреү;

17) сүп-сарҙы бушлай сығарыу;

18) “Жилстройсбережение” программаһында ҡатнашыусыларға ташламалар;

19) торлаҡты баҙар хаҡынан арзаныраҡҡа алыу мөмкинлеге;

20) эшкә урынлашыуға индивидуаль ярҙам. Ул МХО-ла ҡатнашыусы ғаиләһенең эш эҙләгән ағзаларына ҡағыла;

21) йортҡа газ үткәреүгә 100 мең һумлыҡ сертификат;

22) транспорт һалымы түләүгә 100 процент ташлама;

23) кредит каникулдары;

24) торлаҡ-коммуналь хужалығы өсөн түләүҙәрҙән пени алмау;

25) ауылда йорт йәки фатир алыуға сертификат;

26) балаларҙы спорт секцияһына яҙҙырыуға өҫтөнлөк биреү;

27) грант шарттарын үтәмәгән өсөн яуаплылыҡтан азат итеү. Башҡортостанда йәшәгән һәм дәүләттән, әйтәйек, үҙ фермаһын йәки бизнесын асыуға грант алған, ләкин МХО-ға юлланған  кешеләр грант шарттарын үтәмәгән өсөня яуаплылыҡтан ҡотҡарыла;

28) мәҙәни сараларға ингәндә ташлама биреү;

29) консультациялар һәм психологик ярҙам;

30) ғаиләнең мохтажлыҡтарын баһалағанда МХО-ла ҡатнашыусының килеме иҫәпкә алынмай;

31) түләүһеҙ юридик ярҙам.

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: