Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
17 Ғинуар , 20:45

Гармунын да йәлләмәгән!

Оҫта музыкант үҙ ҡулдары менән гармун яһап ала. Әммә үҙенә унда уйнарға яҙмаған, сөнки... Сәбәбен түбәндә уҡығыҙ.

Гармунын да йәлләмәгән!
Гармунын да йәлләмәгән!

Саҡмағош районынан Феликс Яҡупов МХО биләмәһендәге яҡташтарына үҙ ҡулдары менән эшләгән гармунын ебәрергә әҙерләнә. Был хаҡта муниципалитет хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Феликс Яҡупов оҫта ғына түгел, талантлы виртуоз музыкант та, республика конкурстарында әүҙем ҡатнаша.

"Алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә хәрби тәғәйенләнештәге техника һәм ҡорамалдарҙан тыш, уларға көс, дәрт биргән яратҡан йырҙар ҙа кәрәк", - ти Феликс Яҡупов.

Халыҡ уйын ҡоралын фронтҡа гуманитар ылау менән ебәрәсәктәр.

Сығанаҡ: Саҡмағош районы хакимиәте.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Карима Усманова
Читайте нас