Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы активистары махсус хәрби операция биләмәһенә ҙур гуманитар йөк алып барҙы. Ылауҙы район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов оҙатып барған. Был хаҡта башлыҡ үҙенең социаль сәхифәләрендә хәбәр иткән.
"Беҙ бик мөһим мәсьәләне үтәп – батыр яугирҙәребеҙгә бөтә Баймаҡ районы халҡы ярҙамы менән әҙерләнгән гуманитар ярҙамды алып барып тапшырып, имен-һау ҡайтып еттек.
Ил һаҡсылары менән шәхси осрашыуҙан кисергән тойғоларҙы - дуҫтарса ҡосаҡлашыуҙар, ябай рәхмәт һүҙҙәрен, күҙҙәрҙә сағылған ихлас шатлыҡты бер ни менән дә сағыштырып булмай.
Беҙ яугирҙәргә тәғәйенләнгән барлыҡ адреслы посылкаларҙы ла тапшырҙыҡ. Улар айырыуса алынған техникаға шатланды, сөнки техника хәрби бурыстарҙы үтәүҙе күпкә еңеләйтә һәм иң ҡатмарлы шарттарҙа ла мобиль булып ҡалырға ярҙам итә тип белдерҙеләр. Илебеҙ һаҡсылары был дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индергәне өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт әйтеп ҡалдылар.
Районыбыҙҙа йәшәүсе һәр кешегә, был ҙур эште атҡарып сығыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары һәм битараф булмағандары өсөн ихлас күңелдән рәхмәтемде белдерәм! Ярҙам итеү өсөн кешеләрҙе берләштергән һәм ойошторған «Һаҡлаусы Фәрештә», «Беҙ бергә» ирекмәндәренә, шулай уҡ «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ҡаһарман яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүҙе дауам итәйек һәм еңеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйек!"- тип яҙған Азамат Иҙрисов үҙенең сәхифәһендә.
Сығанаҡ: Азамат Иҙрисовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!