Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин белдереүенсә, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Ватан һағында торған яугирҙәргә район исеменән гуманитар йөк алып барғандар.
– Команда менән алғы һыҙыҡта хәрби бурыстарын үтәгән яҡташтарыбыҙға сираттағы гуманитар ярҙамды алып барып тапшырҙыҡ. Был ылауҙа өс “Нива” автомобиле, позицияларҙы төҙөкләндереү өсөн төҙөлөш материалдары, кәрәкле ҡорамалдар, шулай уҡ аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар алып барҙыҡ. Районыбыҙ халҡына ҙур рәхмәт. Ылауҙы йыйыуҙа эшҡыуарҙарҙан алып пенсионерҙарға, уҡыусыларға тиклем ҡатнашты, – тине Илдар Мостафин.
Илештәр Ватанды яҡлаусыларға гуманитар йөктө ташыу буйынса сираттағы бурысты уңышлы атҡарып сыҡҡан. Бәләкәй, әммә мөһим посылкаларҙан алып автомобилдәргә тиклем барыһы ла яугирҙәр ҡулына тапшырылған. Алғы һыҙыҡтағы илештәр яҡташтарының ярҙамын тоя һәм район халҡына ҙур рәхмәт белдерә.
Фото: Илдар Мостафиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.