

Хәйбулла районының Федоровка ауылы клубында мөһим һәм яуаплы эш ҡайнай. Ауыл халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн быҡтырылған ит әҙерләргә йыйылған.
Бындай ҙур эш битараф булмаған кешеләр арҡаһында мөмкин булған. Фермер Антон Сидельников ит биргәс тә ауыл халҡы дәррәү эшкә тотонған. Оҙаҡламай тәмле өй ризығы яу яланына оҙатыласаҡ.
"Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, берҙәмлегегеҙ һәм хәстәрлек — ул беҙҙең егеттәргә көс биргән ышаныслы тыл. Бергә беҙ — көс! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!" — ти федоровкалар.
Әйткәндәй, Федоровка ауылы халҡы даими рәүештә яугирҙәргә гуманитар ылау оҙата.
Сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan