

Башҡортостандан Илгизәр Ғимазетдинов 72-се мотоуҡсылар бригадаһының разведкалау ротаһы старшинаһы. Махсус хәрби операцияға гвардия сержанты Ғимазетдинов 2022 йылдың йәйендә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт батальоны составында юллана.
2024 йылдың авгусынан ул 72-се мотоуҡсылар бригадаһының разведкалау ротаһы старшинаһы. Бер көндө дошман дроны һөжүме һөҙөмтәһендә Илгизәр Ғимазетдинов һәм уның хеҙмәттәштәре булған блиндаж яна башлай. Контузия алыуына ҡарамаҫтан, яҡташыбыҙ артиллерия уты аҫтында яралыларҙы алып сыға һәм ҡотҡара.
Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Илгизәр Ғимазетдинов Суворов, “Һәләк булып барғандарҙы ҡотҡарған өсөн”, “Хәрби батырлыҡтары өсөн”, “МХО ҡатнашыусыһына” һәм генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнә.
Башҡортостан – геройҙар ваҡыты! Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
Сығанаҡ һәм фото: "Башҡорт батальоны" каналы.