

115 меңдән ашыу мөрәжәғәт итеүсе махсус хәрби операция яугире һәм уларҙың ғаилә ағзалары, хәл ителгән 135 меңдән ашыу мәсьәлә, бөтә республика буйынса 130 социаль координатор. Был – “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан филиалының тәүге өс йыллыҡ эш һөҙөмтәһе. 1 июндә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалдары асылыуға өс йыл тулды. Фонд МХО ветерандарына һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеүҙең комплекслы системаһын булдыра һәм даими үҫтерә.
"Ошо ваҡыт эсендә беҙ махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүҙең принципиаль яңы системаһын төҙөнөк. Фондтың төп көсө – кешеләр: социаль координаторҙар, төбәк командалары етәкселәре, хеҙмәткәрҙәр – беҙҙең яугирҙәр һәм уларҙың яҡындары янында булғандарҙың барыһы ла. Уларҙың вайымһыҙ булмауы, ярҙам итергә ихлас теләге арҡаһында бөтә ил буйынса меңәрләгән кеше терәк таба, кәрәкле ярҙам ала һәм әүҙем тормошҡа ҡайта”, – тине статс-секретарь – РФ оборона министры урынбаҫары, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева.
Башҡортостанда ла филиал асылыу менән әүҙем эшкә тотондолар. Фонд махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бик ҙур ярҙам күрһәтә: медицина реабилитацияһынан алып эшкә урынлашыуға һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүгә йәлеп итеүгә тиклем. Үҙ эшендә фонд махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың яҡындарының кире бәйләнешенә таяна.
Бөгөн “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан филиалы ағзалары өс йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, матбуғат конференцияһы үткәрҙе.
– Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн ярҙам саралары комплексы эшләй. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы геройҙарға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеүҙә төбәктең алыштырғыһыҙ партнеры булып тора. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү процестарын шәхси контролдә тота. Уның ярҙамында былтыр йыл аҙағында баш ҡаланың тап үҙәгендә – Совет майҙаны янында яңы филиал бинаһы асылды. Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында беҙҙең фонд вәкилдәре – 130 социаль координаторҙан торған профессиональ һәм битараф булмаған команда эшләй, – тине “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
Фондты өс йыллығы менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡотланы. “Бөгөн фонд – махсус хәрби операция ветерандары һәм яугирҙәрҙең ғаиләләре менән эшләүҙә төп партнерыбыҙ. Медицина реабилитацияһы, психологик, юридик ярҙам, эшкә урынлашыу, торлаҡты яраҡлаштырыу, техник реабилитация саралары биреү – быларҙың барыһы ла егеттәргә тыныс тормошҡа ҡайтырға ярҙам иткән ғәмәлдәр. Шулай уҡ төрлө өлкәләрҙә үҙеңде тормошҡа ашырыу. Кемдер үҙен ижадта таба. Кемдер күптән хыялланған эшен аса. 500-ҙән ашыу ветераныбыҙ адаптив спорт төрҙәре менән шөғөлләнә. 2025 йылда ғына 900-гә яҡын ярыштар үткән.
Фондтың социаль координаторҙары өйҙәренә ҡайтҡан бөтә егеттәр менән бәйләнештә. Геройҙарын юғалтҡандарға ярҙам итәләр. Был ҡатмарлы, ҙур фиҙакәрлек талап иткән, бик мөһим эштә ҡатнашҡан һәр кемгә ихлас рәхмәт белдерәм”, – тине ул.
Эш йүнәлештәре күп һәм төрлө. Мәҫәлән, хоҡуҡи ярҙам һәр ваҡыт талап ителгән йүнәлеш булып ҡала. Мөрәжәғәттәрҙең өстән бер өлөшө төрлө түләүҙәр, ярҙам саралары алыуға, хәрби частарға һәм башҡа инстанцияларға һорауҙар ебәреүгә ҡағыла.
Алыҫ райондарҙа йәшәүселәрҙе лә юғары квалификациялы юридик, медицина, психологик һәм социаль ярҙам тәьмин итеү өсөн “Ватанды һаҡлаусылар” фонды “Юридик десант” проектын тормошҡа ашыра. Йыл ярым эсендә бөтә муниципалитеттар ҙа йәлеп ителгән, ун меңдән ашыу мәсьәлә хәл ителгән.
Медицина ярҙамы һәм реабилитация, психологик һәм психотерапевтик ярҙам яугирҙәргә лә, уларҙың яҡындарына ла күрһәтелә. Филиал республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, дауалау учреждениелары, Республика клиник психотерапия үҙәге менән хеҙмәттәшлек итә.
Юғары функциялы техник реабилитация саралары менән тәьмин итеү, торлаҡты шәхси ихтыяждарға яраҡлаштырыу – бик мөһим эш йүнәлеше. Өс йыл эсендә протездар һәм коляскалар өсөн 700-гә яҡын ғариза ҡабул ителгән, шуларҙың 50 проценты хәл ителгән, ҡалғандары ҡарала.
200-ҙән ашыу ветеран коляскалар һәм протездар алған, 30-ҙан ашыу яугир электрон сертификатҡа өҫтәмә алған, 18 егет ҡул менән идара ителгән автомобиль руле артына ултырҙы, 80-дән ашыу герой ғаиләһе “Аҡыллы йорт” системаһы, төтөн, һыу датчиктары, ветерандың уңайлылығы өсөн ҡулайламалар менән йыһазландырылып яраҡлаштырылған һәм хәүефһеҙ фатирҙарҙа һәм йорттарҙа йәшәй.
Билдәле спортсы, йәмәғәт эшмәкәре Ирек Зарипов инвалидлығы булған ветерандарҙы адаптив спортҡа йәлеп итеү, уларҙың уңыштары һәм эштәре тураһында һөйләне. Егеттәрҙе адаптив спорт төрҙәренә йәлеп итеү инвалид ветерандарға яҡшы физик формала булырға, төбәк-ара ярыштарға барған саҡта бер-береһе һәм башҡа төбәктәрҙән хеҙмәттәштәре менән аралашырға мөмкинлек бирә. 500-ҙән ашыу ветеран спорттың адаптив төрҙәре менән шөғөлләнә. 2025 йылда 900-гә яҡын ярыштар үткәрелгән. Геройҙарыбыҙ өсөн 17 спорт төрө буйынса дәрестәр ҡаралған.
Фото: "Ватанды һаҡлаусылар" фонды.