“Балалар” интернет-проекты ошо көндәрҙә башҡорт телендә биш йәнһүрәт сығарасаҡ.
Тәүге йәнһүрәттәр балаларҙы төҫтәр, һандар, хәрефтәр менән таныштырасаҡ. Проекттың төп геройҙары – Бесәй, Бүре, Айыу, Төлкө.
“Балалар” белем биреү порталы республика Башлығының Башҡортостандағы дәүләт һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән 3,5 миллион һумлыҡ махсус грантын яулаған.
Порталда башҡорт телендә интерактив уйындар, ҡушымталар буласаҡ, әкиәттәр, шиғырҙар, йәнһүрәттәр урынлаштырыласаҡ, уйынсыҡтар етештереүселәр менән бәйләнеш майҙаны ойоштороласаҡ. Ата-әсәләр өсөн онлайн-форум асыу ҙа ҡаралған.
Республика Башлығының махсус гранты ярҙамында быйыл республикала туған телде һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән бихисап мөмкинлектәр барлыҡҡа килде. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы – 72 миллион һумдан ашыу.