Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Февраль 2021, 18:25

Йәш ҡаһармандар награда алды

Бүләкләнеүселәр – ҡырҡыу хәлдәрҙә шәхси батырлыҡ күрһәткән Башҡортостан балалары.

Бөгөн “Торатау” Конгресс-холында РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советының иҫтәлекле миҙалдарын тапшырҙылар. Бүләкләнеүселәр – ҡырҡыу хәлдәрҙә шәхси батырлыҡ күрһәткән Башҡортостан балалары.
Наградлау тантанаһында Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, БР мәғариф министры Айбулат Хажин, РФ-тың Граждандар оборонаһы мәсьәләләре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы ҡазалар эҙемтәләрен бөтөрөү министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов ҡатнашты.
Батыр йөрәкле балаларға беренсе тапҡыр Федерация Советының махсус миҙалы – “Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн” тапшырылды.
- Бөгөн үҙенсәлекле, тантаналы көн. Беҙ сит кеше ҡайғыһына битараф ҡалмаған, үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, уларға ярҙамға ашыҡҡандарҙы тәбрикләйбеҙ. Йәш кенә булғандарына ҡарамаҫтан, был балалар кешенең иң яҡшы сифаттарын – миһырбанлылыҡ, ныҡлыҡ, батырлыҡ күрһәтте, – тине Л.Ғүмәрова.
“Күрһәткән батырлығы өсөн” миҙалдарына Глеб Пахомов, Каролина Сазонова, Искәндәр Зөфәров, Дмитрий Александров лайыҡ булды. Улар бөтәһе лә – бөйөк илдең өлкәндәргә хас булған аҙымға барған оло йөрәкле, киң күңелле кесе граждандары. Был балалар исемдәре Ватан тарихына яҙылған ысын геройҙар эстафетаһын дауам итә. Уларҙың ҡаһарманлығы ата-әсәләре, уҡытыусылары, тренерҙары һалған тәрбиә һөҙөмтәһе. Тап ошо кешеләр бөгөн иҫтәлекле наградаға лайыҡ йәш быуын вәкилдәрен битараф булмаҫҡа, ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙамға килергә өйрәткән.
Читайте нас: