Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Апрель 2021, 16:30

Быйыл бөтә мәктәптәр интернетлы була

Был турала Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе.

Быйыл бөтә мәктәптәр интернетлы була. Был турала республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Вице-премьер Азат Бадранов әйткәнсә, быйыл юғары тиҙлектәге интернетҡа ҡалалағы уҡыу ойошмаларынан 100 Мбит/с, ауыл-ҡасабаларҙағы 50 Мбит/с тиҙлектәге интернет менән ҡалған 316 мәктәп тоташтырыла.
“Үткән 2020 йылда пандемия башланғас та күптәр ситтән тороп эшләүгә һәм уҡыуға күсте. Социаль учреждениеларҙы, иң тәүҙә мәктәптәрҙе, интернетҡа тоташтырыу мәсьәләһе киҫкен торҙо. Уҡыуҙың сифатын яҡшыртыр өсөн сифатлы белем алыу контентын ҡулланыу мөмкинлеге булырға тейеш. Бының өсөн мәктәптәрҙә лә, кешеләрҙең йорттарында ла тиҙлекле интернетҡа тоташыуҙы тормошҡа ашырыр кәрәк. Шуға ла Башҡортостан мәктәптәрен донъя селтәренә тоташтырыу мәсьәләһен быйыл уҡ хәл итергә булдыҡ”, – тине А.Назаров.
“Мәғариф” милли проектының “Һанлаштырылған белем алыу мөхите” проектын тормошҡа ашырыр өсөн уҡыу ойошмалары һанлы ҡорамалдар менән тәьмин ителә бара. Әлегә ҡорамал тупланмаһы 28 ноутбук һәм бер МФУ-нан (күп функциялы ҡорамал) тора. 2021 йылға проектта 205 уҡыу ойошмаһы ҡатнаша. Мәғарифты үҫтереү институты базаһында квалификацияны камиллаштырыу курстары алып барыла. Унда уҡытыусылар заманса белем алыу ресурстарына, технологияларына өйрәнә.
Мәғлүмәт, фото: “Башинформ”.
Читайте нас: