Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июль 2021, 21:05

Велосипедсылар өсөн шәп юлдар – баш ҡалабыҙҙа!

Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса велосипедсылар өсөн иң уңайлы шарттар Өфө ҡалаһында тип билдәләнгән.

Delivery Club аҙыҡ-түлек ташыу сервисы һәм Рәсәйҙең ҡала үҫешендәге стратегик консалтинг буйынса “КБ Стрелка” әйҙәүсе компанияһы ҡалаларҙың велосипедсылар өсөн уңайлыҡтар булдырыу буйынса рейтингын төҙөгән. Шулай итеп, ошо күрһәткес буйынса халҡы миллион һәм унан күберәк булған 15 ҡаланы тикшергәндәр.
Белгестәр велосипедсылар, шул иҫәптән курьерҙар велосипедта йөрөгән 2,7 миллион сәфәрҙе анализлаған. Был иһә Рәсәйҙә велосипедсылар өсөн юлдарҙың ял, сәйәхәт, спорт менән шөғөлләнеү ваҡытында ғына түгел, көндәлек тормошта ла уңайлылығын баһалау мөмкинлеген биргән.
Рейтинг урамдарҙа велосипедсылар өсөн юлдар, һыҙыҡтар барлығы, уларҙың урынлашыуының көнүҙәклеге, маршруттар һәм велосипедсылар өсөн уларҙың ҡыҫҡалылығы, оҙайлылығы, 100 километрға тиклемге урамдарҙа велосипедтар һәм автомобилдәр менән бәйле юл-транспорт ваҡиғалары, уларҙа һәләк булыу осраҡтары кеүек индекаторҙар буйынса төҙөлгән. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса велосипедсылар өсөн иң уңайлы шарттар Өфө ҡалаһында тип билдәләнгән.
– Өфө – урамдарҙағы һәм юлдарҙағы велосипедсылар өсөн инфраструктура буйынса лидерҙарҙың береһе. Юлдарҙың күп кенә өлөшө велосипедсыларҙа ҙур һорау менән файҙаланған урамдарҙа урынлашҡан, - тип белдергән рейтингты төҙөүселәр.
Велосипедсылар инфраструктураһы үҫешкән ҡалалар тип йәнә Пермь, Волгоград, Екатеринбург һәм Һамар танылған.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте.
Читайте нас: