Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Апрель 2023, 21:35

Беҙҙең эраға тиклемге алтынды күргең киләме?

Р.Ғ.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты музейында  “Троя алтыны һәм А.Пушкин исемендәге музей хазиналары” исемле күргәҙмә асыла. Күргәҙмә 24 апрелдән 23 июлгә тиклем дауам итә. Әйткәндәй, ул ябай ғына күргәҙмә түгел: быға тиклем ошо ҡәҙәр алтын-хазина бер ҡасан да бер юлы күргәҙмәгә ҡуйылмаған.

Беҙҙең эраға тиклемге алтынды күргең киләме?
Беҙҙең эраға тиклемге алтынды күргең киләме?

Күргәҙмәне йөҙҙән ашыу ҡиммәтле предмет тәшкил итәсәк – улар беҙҙең быуаттың етенсе быуатынан алып беҙҙең эраға тиклемге биш меңенсе йылды сағылдыра.

Мәҫәлән, төп өлөштә Пушкин музейынан килтереләсәк һәйкәлдәр боронғо тимер эшкәртеү хаҡында бәйән итһә, икенсе өлөштә бронза быуат һәм тимер быуат тарихы ҡомартҡылары менән танышырға була – улар башлыса эш һәм һуғыш ҡоралдары. Ә инде артабанғы өлөштә сағыштырмаса һуңыраҡ ваҡытта эшләнгән ҡиммәтле предметтарҙы ҡарарға тәҡдим ителә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡайһы бер әйберҙәр хатта тотош дәүер, ҙур тарих тураһында һөйләй.

Беҙҙең эраға тиклемге алтынды күргең киләме?
Беҙҙең эраға тиклемге алтынды күргең киләме?
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: