Конкурсыбыҙҙа ҡатнашыусылар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Тағы бер конкурсантыбыҙ Илмир Лоҡманов – Әлшәй районы Шафран ауылынан. Ул тимер юлында монтер булып эшләй.
Әрме хеҙмәте тамамланғас, Илмир Лоҡманов Рәсәй Ҡораллы көстәрендә контракт буйынса ҡалырға хәл итә. Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, ҡыйыулығы өсөн “Кавказдағы контртеррористик операция” миҙалы менән наградлана.
Илмир Ирек улы – хәстәрлекле атай, өлгөлө ғаилә башлығы. Ҡатыны Ләйсән Фәзит ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Уларға матур тәрбиә биреүгә, һәләттәрен үҫтереүгә күп көс һалалар, ауыл тормошонда ҡатнашырға ла өлгөрәләр. Өлкән ҡыҙҙары Регинаға – 8 йәш, ул гимнастика һәм фитнес-аэробика менән шөғөлләнә, уртансылары Алмас балалар баҡсаһына йөрөй, көҙгә мәктәпкә барырға йыйына. Кинйәкәйҙәре Амелияға ни бары 11 ай ғына әле.
Егәрле, үҙ-ара татыу, бер-береһенә ярҙамсыл, ауыл тормошонда әүҙем булған Лоҡмановтарҙы ауылдаштары хөрмәт итә, улар – күптәр өсөн өлгөлө ғаиләнең сағыу миҫалы. Ҡасандыр оҫта волейболсы булған, әле лә спорттан алыҫлашмаған атай кеше балаларында ла спортҡа ынтылыш тәрбиәләй. Афарин, тибеҙ был күркәм ғаиләгә!
Яҡташығыҙға тауыш бирергә ашығығыҙ, дуҫтар!
Фотолар – Лоҡмановтарҙың ғаилә альбомынан.